Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
31 Июль 2023, 05:30

Аяҡ шешенһә...

Бер нисә күнегеү яһап ҡотолорға була, ти белгестәр.

Аяҡ шешенһә...Аяҡ шешенһә...
Аяҡ шешенһә...

«Лига подиатрии» ассоциацияһы эксперты, табип Владимир Нечаев эҫелә аяҡтар шешенеүен бөтөрөү өсөн бер нисә ысул тәҡдим итә.

Беренсеһе – аяҡтарҙы 90 градусҡа бөгөп (ултырған килеш), үксәнән – бармаҡ осона, бармаҡ осонан үксәгә 15 тапҡыр алмашлап баҫырға.

Икенсеһе – ҡул менән өҫтәлгә таянып, бер аяҡты артҡа һуҙып аяҡ ослап торорға, икенсеһен алға сығарып, үксәгә баҫырға. Ике аяҡҡа ла алмашлап эшләгеҙ.

Өсөнсөһө - “таш йыйыу” күнегеүе. Аяҡты иҙәнгә ҡуйып, бармаҡтарҙы таш (йә башҡа әйбер) эләктәргән кеүек итеп ҡыҫырға.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас