Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
27 Июль 2023, 07:36

Ҡул көрәше - ул тәртип һәм сынығыу

"Виктория" балалар спорт-һауыҡтырыу лагерында ҡул көрәше буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

Ҡул көрәше - ул тәртип һәм сынығыуҠул көрәше - ул тәртип һәм сынығыу
Ҡул көрәше - ул тәртип һәм сынығыу

Сара тантаналы асҡандан һуң Рөстәм Халиҡов етәкселегендәге “Виктория” ҡул көрәше мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ял итеүселәр һәм ҡунаҡтар алдында мауыҡтырғыс тамаша күрһәтте. Мәртәбәле сарала бик күп ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Улар балалар алдында сығыш яһап, спорт менән дуҫ булырға саҡырҙы.

- Бөгөнгө сара Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә булышлыҡ итеүгә, районда армия ҡул һуғышы бүлеген асыуға һәм Президент гранттары фондын яҡлауға бағышлана. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостандағы Рәсәй әрме ҡул һуғышының спорт федерацияһы “Берҙәм” граждандар башланғысы үҙәге булышлығында ошо проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика Башлығы грантын алды. Бөтә республика буйлап үткән оҫталыҡ һәм батырлыҡ дәрестәре хаҡында бара. Республиканың хәрби-патриотик клубтары, ветерандар ойошмалары, мәктәптәр менән эшләйбеҙ. Һуңғы тапҡыр Ҡабаҡ мәктәбендә оҫталыҡ дәресе үткәрҙек. Саҡырыу буйынса бөгөн бында килдек. Ҡул көрәшенең төп маҡсаты – сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, спорт менән даими шөғөлләнеүҙә ихтыяж булдырыу, патриотизм тойғоһон формалаштырыу һәм әрме ҡул көрәшен популярлаштырыу.

5 августа Түбәнге Новгород ҡалаһында үтәсәк әрме ҡул көрәше буйынса ярыштарҙа Ҡырмыҫҡалының Рөстәм Халиҡов етәкселегендәге “Виктория” ҡул көрәше мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашасаҡ. Уларҙың әҙерлектәре бик яҡшы, лайыҡлы сығыш яһарҙар тип өмөт итәбеҙ,- тине Наил Мансур улы.

- Нимә ул әрме ҡул көрәше, тип һорарһығыҙ. Әрме ҡул көрәше – ул иң беренсе дисциплина, ул төрлө ҡорал төрҙәре - штыктар, ҡул аҫтындағы ҡорамалдар, бысаҡтар һәм йоҙроҡтар менән һуғышыу. Михаил Лермонтовтың “Бородино” әҫәрен бөтәгеҙ ҙә уҡынығыҙмы? Бына унда Лермонтов “француз рус кешеһенең ҡул көрәшен оҙаҡҡа иҫендә ҡалдырасаҡ” тип яҙҙы,- ти Рәсәй Эске эштәр министрлығы ветераны Марат Ишморатов.

- 6 йәштән спорт менән шөғөлләнәм. 18 йәш тулғас, әрмегә саҡырылдым һәм һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. Учебка ваҡытында ҡул көрәше спорты менән таныштым. Артабан хеҙмәтемде Афғанстанда дауам иттем. Ҡул көрәше спорты менән әрменән һуң Эске эштәр министрлығының юғары мәктәбендә шөғөлләндем. Спорт менән шөғөлләнегеҙ, сәләмәт булығыҙ,- тине хәрби хәрәкәттәр ветераны Эдуард Сәйетов.

- Мин дә үҙ ваҡытында көрәш менән шөғөлләндем. Тренерым һәр ваҡыт: “спорт менән шөғөлләнгән кеше, бер ваҡытта ла тормошта юғалып ҡалмаясаҡ һәм ҡуйылған маҡсатҡа ирешәсәк”, ти торғайны.Барығыҙға ла сәләмәт булырға, үҙегеҙ теләгән спорт төрө менән шөғөлләнергә һәм тормошта үҙ юлығыҙҙы табыуығыҙҙы теләйем,- тине “Стендмастер” компанияһы етәксеһе Радмир Исламов.

Сараның рәсми өлөшөнән һуң ҡул көрәше буйынса ете тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм көс структуралары призеры, әрме ҡул көрәше Федерацияһы Президенты, “Рәсәй әрме ҡул көрәшенең спорт федерацияһы”ның төбәк бүлексәһе етәксеһе Наил Ғәлимов оҫталыҡ дәресе алып барҙы. Ул әрме ҡул көрәше алымдарын күрһәтте, һөжүм ваҡытында үҙеңде нисек һаҡларға мөмкин булыуы тураһында һөйләне. Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ төрлө һөжүм итеү ҡоралдары менән танышты. Әрме ҡул көрәшен иртә йәштән үк үҙләштерергә һәм ысын Ватан һаҡсыларын тәрбиәләргә мөмкин, тип иҫәпләй ул. Оҫталыҡ дәресендә балаларға үҙ-үҙеңде һаҡлауҙың иң ябай алымдарын өйрәтергә мөмкин. Был спорт төрө мускулдарҙы һәм һөйәктәрҙе нығыта, реакцияны үҫтерә, рух һәм ышаныс тәрбиәләй, ти Наил Мансур улы.

Оҫталыҡ дәресендә балалар төрлө һорауҙарға яуап бирҙе, ҡайһы берәүҙәр хатта көрәш алымдарын һынап ҡарарға теләк белдерҙе.

- Оҫталыҡ дәресе бик юғары кимәлдә үтә. Барыһын да ентекле аңлаталар, бөтәһе лә мауыҡтырғыс, бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле. Үҙемдең көсөмдө һынап ҡарарға булдым һәм келәмгә сыҡтым. Ҡул һуғышының яңы элементтарын белдем. Үҙем төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнәм – баскетбол, волейбол, лапта, өҫтәл теннисы. Ҡул көрәше мауыҡтырғыс спорт төрө, киләсәктә лә был спорт төрө менән бәлки шөғөлләнермен,- тине  “Виктория” һауыҡтырыу лагерының 3-сө отряд вожатыйы Андрей Макаров.

- Рөстәм Халиҡов етәкселегендәге “Виктория” ҡул көрәше мәктәбендә өс йыл шөғөлләнәм. Унда шөғөлләнеүе миңә бик оҡшай. Тәүҙә разминка эшләйбеҙ, һуңынан көрәштең яңы алымдарын өйрәнәбеҙ. Оҫталыҡ дәресе миңә бик оҡшаны,- тип уртаҡлашты 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең 1-се класын тамамлаусы Тимерлан Камалетдинов.

Бындай оҫталыҡ дәрестәре малайҙарға һәм ҡыҙҙарға ауырлыҡтар алдында үҙҙәрен тоторға, тәртипле булырға, ир-егеттәр сифаттарын үҙләштерергә, хәрби училищеға инергә ярҙам итә. Даими күнегеүҙәр сыҙамлыҡты, иммунитетты нығыта, тормошта үҙ-үҙеңә ышаныс тойғоһон үҫтерергә мөмкинлек бирә.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор фотолары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас