+24 °С
Ямғыр


Ғалимдар тәжрибә үткәргән. Унда патологик ғәҙәтле 268 кеше ҡатнашҡан. Кешегә үҙен травмалаусы ғәҙәтен ташлау өсөн ҡыҙыҡлы видеороликтар күрһәткәндәр. Мәҫәлән, тырнаҡ сәйнәге килгәндә, үҙеңде тыйып, йә ҡулыңды бер-береһенә ышҡырға, йә бармаҡ осо менән генә тәнеңә ҡағылырға өйрәткән яҙмалар ҙа булған. Шулай күп ҡабатлаһаң, насар ғәҙәтеңде онотасаҡһың, ти икән ғалимдар. Иллә-мәгәр тәжрибәлә ҡатнашыусыларға оҡшаған был алымдар.