Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
26 Июль 2023, 10:38

Мәтрүшкәләр, кипкән мәтрүшкәләр...

Ниндәй сиргә дауа икәнлеген беләһегеҙме? 

Мәтрүшкәләр, кипкән мәтрүшкәләр...Мәтрүшкәләр, кипкән мәтрүшкәләр...
Мәтрүшкәләр, кипкән мәтрүшкәләр...

Ул аскорбин кислотаһына, флавоноидтарға бай.   

Мәтрүшкә составындағы төп компонент - фенолдар. Был уға хуш еҫ бирә. Макроэлементтарҙан - калий, кальций, магний, тимер, микроэлементларҙан  марганец, баҡыр, цинк, хром, алюминий, молибден, никель  бар. Шуға ла ул көслө дарыу үләне. Был үҫемдекте нерв системаһын тынысландырыу, йоҡоһоҙлоҡтан, аппетит булмағанлыҡтан, аш һеңдереү системаһы һүлпәнләнеүҙән, үт ҡыуығы ауырҡандан эсәләр.

Мәтрүшкә тирләтә һәм ҡаҡырыҡты сығара. Ошо үҙенсәлеге өсөн уны бронхит, бронхоэктаз, тын юлдары елһенгән ваҡытта ла ҡулланалар. Тамаҡ шешһә, таш һыҙлаһа, ауыҙ эсе боҙолһа мәтрүшкә төнәтмәһе менән сайҡатҡанда шифа бирә. Балаларҙа диатез булғанда, тән тиреһе сәберткәндә шулай уҡ төнәтмә менән компресс яһарға була. Мәтрүшкәнән әҙерләнгән эфир майы теш һыҙлауын яҡшы баҫа. Әйткәндәй, Әбүғәлисина теш һыҙлағанда уның япрағын сәйнәргә ҡушҡан. Тештәрҙе таштан да таҙарта икән ул. 

Халыҡ медицинаһында мәтрүшкәне көҙән йырғанда, быуындар һыҙлағанда, баш ауыртҡанда, бауыр ауырыуҙарында, коклюш, туберкулездан дауа булараҡ та ҡулланалар.

Көнкүрештә иһә, мәтрүшкәне кейем араһына һалып ҡуялар - көйә төшмәйәсәк икән.

Мәтрүшкәне сәскә атҡан ваҡытта, япрағы менән ҡуша йыялар. Дауалау үҙенсәлеген киптерелгән үҫемлек өс йыл юғалтмай. 

Иғтибар! Мәтрүшкәне ауырлы ҡатындарға ҡулланырға ярамай.

 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас