Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
26 Июль 2023, 07:00

Дрондар осасаҡмы?

Дошман тарафынан һөжүмдәр булыу сәбәпле...    

Дрондар осасаҡмы?Дрондар осасаҡмы?
Дрондар осасаҡмы?

Махсус хәрби операция мәлендә дошман тарафынан пилотһыҙ осоусы аппараттар нигеҙендә һөжүмдәр булыу сәбәпле, илебеҙҙең ҡайһы бер төбәктәрендә бындай ҡорамалдарҙы ҡулланыу тыйыла. Шул иҫәптән Башҡортостанда ла ағымдағы йылдың майында республика Башлығының махсус Указы сыҡты.

Шулай ҙа иҫкәрмәләр ҙә бар: аппаратты дәүләт һәм урындағы власть органдары ҡуллана ала. Уларға ҡараған ойошмалар ҙа килешеү нигеҙендә осоусы аппарат менән идара итә. Бынан тыш, бик кәрәк осраҡта, мәҫәлән, һауанан берәй сара төшөргәндә республиканың оператив штабы ҡарамағындағы махсус төркөмдән рөхсәт алып эшләргә була.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, киләсәктә дрондарҙы төрлө категорияға бүлеп эш итеү дөрөҫ аҙым һәм уларҙы тик лицензия буйынса ҡуллана башлаясаҡтар.

Фото: "Башинформ".

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас