Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
21 Июль 2023, 07:16

Миһырбанлы кешеләр “Башҡорт хужабикәһе”нә табип саҡыртҡан

Миләүшә ҡалала йәйәүлеләр юлында йығылған булған...

Миһырбанлы кешеләр “Башҡорт хужабикәһе”нә табип саҡыртҡанМиһырбанлы кешеләр “Башҡорт хужабикәһе”нә табип саҡыртҡан
Миһырбанлы кешеләр “Башҡорт хужабикәһе”нә табип саҡыртҡан

“Башҡорт хужабикәһе” исеме аҫтында билдәле булған блогер Миләүшә Шәйхелисламова үҙенең сәхифәһенә яҙылыусыларҙың күңелен күреү өсөн ниҙәр генә ҡыланмай. Шул иҫәптән, юмористик контент яһай, социаль темаларҙы күтәрә, ауылдағы ябай тормошто күрһәтә.

Белеүебеҙсә, ул вайндар ҙа төшөрә. Яңыраҡ Өфө урамдарында велосипед урлау тураһында ҡыҫҡа видеояҙма төшөргән саҡта, сценарий буйынса, Миләүшә йәйәүлеләр юлында һуҙылып ятҡан. Юлдан үтеп барыусылар иһә урамда ятҡан ҡатынды күргәс, уға ярҙам кәрәк тип уйлап, ашығыс медицина ярҙамын саҡыртҡан.

Ошо ваҡиғаға хәлгә ҡарата Миләүшә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Яҡшы кешеләр ҙә бар”, – тип яҙған.

Фото: Миләүшә Шәйхелисләмованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән скриншот.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас