Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
20 Июль 2023, 10:42

Тыуған ерем - батыр сәңгелдәге, Тыуған ерем - батыр төйәге...

Үткән аҙнала Абдулла ауылында ҙур байрам саралары үтте.

Тыуған ерем - батыр сәңгелдәге, Тыуған ерем - батыр төйәге...Тыуған ерем - батыр сәңгелдәге, Тыуған ерем - батыр төйәге...
Тыуған ерем - батыр сәңгелдәге, Тыуған ерем - батыр төйәге...

Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле шағир һәм яҙыусы, районыбыҙҙың Маҡтаулы гражданы, яҡташыбыҙ Ирек Кинйәбулатовтың 85 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә хәтер кисәһе, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы һәм «Иҫке Бәпес тиҙәр ауылымды» китабының исем туйы уҙҙы.
Исеме – халыҡ хәтерендә
Мәктәп йылдарында уҡ ҡулына ҡәләм алған Ирек Кинйәбулатовтың “Шыршы” исемле тәүге шиғыры “Пионер” журналында баҫылып сыға. Шиғриәткә ул ныҡлап армия хеҙмәтенән һуң, “Шоңҡар” әҙәби-ижад түңәрәге аша килә. “Баҫыу юлы” тигән тәүге китабы 1970 йылда донъя күрә. Унан һуң бер-бер артлы “Мөхәббәт таңы”, “Мин башҡорт!”, “Арғымаҡта”, “Замана тауышы”, “Сыйырсыҡтар бала осора”, “Һөйөү иртәһе”, “Ғүмер китабы” һәм башҡа йыйынтыҡтары баҫыла. 2008 йылда “Ғүмер китабы” әҫәре µсµн уға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.
Хәтер сараһы Ирек Кинйәбулатовтың ҡәберенә сәскә һалыуҙан башланды. Иҫке Бәпес ауылының «Нур» мәсете имам хатибы Рәфил хәҙрәт уның рухына бағышлап аят уҡыны.
Уға бағышланған сара ауыл янындағы байрамса итеп биҙәлгән аҡланда дауам итте. Ирек Кинйәбулатовты иҫкә алырға шағирҙар, яҙыусылар, мәҙәнит хеҙмәткәрҙәре, муниципаль район хакимиәте вәкилдәре, ауылдаштары йыйылды. Сарала ҡатнашыусылар Иҫке Бәпес ауыл биләмәһенән сыҡҡан билдәле шәхестәрҙең китаптары һәм “Талипов” исемендәге хәрби-патриотик ойошма ойошторған күргәҙмә, Хәсәновтар ғаиләһенең шәжәрәләре менән таныша алды.
Йыйылыусылар алдында муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров сығыш яһап, шағирҙың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш булыуы һәм уның әҫәрҙәре китап һµйµүселәрҙә Ватанға һөйөү рухы, уның менән ғорурланыу хисе тәрбиәләүе, кешене дуҫлыҡҡа, берҙәмлеккә саҡырыуы хаҡында һөйләп үтте.
- Яҡташыбыҙ, башҡорт шиғриәтенең күренекле аҡһаҡалдарының береһе булған Ирек Лотфый улының исеме башҡорт әҙәбиәте тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Уның ижады күп йылдар инде үҙенең ихласлығы, ябайлығы менән уҡыусыларҙы ҡыуандыра. Ирек Лотфый улының, тәү сиратта, туған телде, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлауҙы пропагандалаусы булыуы менән ғорурланабыҙ,- тине Әлфир Фәрхәт улы һәм байрамға әҙерлек сиктәрендә әүҙемлек күрһәткәндәргә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
ы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов үҙенең сығышында Ирек ағайҙың уны яратып “полк улы” тип атауын билдәләп үтте.
- Беҙҙең өсөн Ҡырмыҫҡалы ере бик изге һәм яҡын. Беҙҙең рес­публикабыҙҙың символына әүерелгән генерал Шайморатов та ошо Ҡырмыҫҡалы еренән. Ә инде яҙыусыларға килгәндә абруйлы кешеләр бик күп: Ғайса Хөсәйенов, Роберт Байымов, Фәрит Иҫәнғолов, Шәриф Бикҡол, Ирек Кинйәбулатов, Барый Ноғоманов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Фәнзил Санъяров һәм башҡа бик күп әҙиптәр ошо ерҙә тыуғандар. Һәм уларһыҙ башҡорт әҙәбиәтен, рес­публикабыҙҙың мәҙәниәтен күҙ алдына ла килтереп булмаҫ ине.
Ирек Кинйәбулатов беҙҙең µсµн бик ҡәҙерле кеше, бына ниндәй бәләкәй генә ауылдан сығып, үҙенең ауылын күтәргән. Халыҡ уны ныҡ яратты, уның кеүек ыҫпай йөрөгән, үҙен матур тотҡан кеше бик һирәк, ул үҙен яраттыра белә торғайны. Уның менән булған саралар күңелле үтте, беҙ уға ҡарап һоҡлана инек. Йәш ваҡытта оло яҙыусылар менән бик күп осрашыу­ҙарҙа йµрµгәндә, мине халыҡҡа “полк улы”, ул беҙҙең киләсәк тип таныштыра торғайны. Ирек ағайҙың исемен мәңгеләштереү буйынса атҡараһы эштәр бик күп, беҙ уның исемен оноторға тейеш түгелбеҙ,- тине Айгиз Ғиззәт улы.
Артабан һүҙ ҡәләмдәштәренә, яҡташтарына бирелде. Улар Ирек Кинйәбулатовты тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алды. Ҡунаҡтарҙың һәр береһе яҡты хәтирәләре менән бүлеште.
- Ирек Кинйәбулатов, Тимерғәле Килмөхәмәтов менән беҙ ғүмер буйына бергә йәшәнек. Беҙҙе “теге өсәү” ти торғайнылар. Шундай исем менән беҙ тарихҡа инеп ҡалдыҡ. Ирек Лотфый улы бер йәшәргә тыуҙым, тиһә лә, ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәне. Хәҙер ул беҙҙең күңелдәребеҙҙә йәшәй, уның рухы беҙҙең менән бергә,- тине яҙыусы Ҡәҙим Аралбаев һәм иҫтәлеккә Иҫке Бәпес мәктәбе һәм ауылы китапханаларына үҙенең китаптарын бүләк итте.
- Беренсе осрашыуыбыҙ, танышыуыбыҙ 1986 йылда булды. Ҡыҙыу ураҡ өҫтө ине. Ике яҡташ яҙыусыларыбыҙ Ирек Кинйәбулатов һәм Барый Ноғоманов тыуған райондарына игенселәр менән осрашыуға килделәр. Мине, КПСС райкомының бүлек мµдире урынбаҫарын, уларҙы колхоздар буйлап оҙатып йөрөргә ебәрҙеләр. Шунда беренсе тапҡыр үҙем өсөн талантлы шағир Ирек Кинйәбулатовты астым. Шулай дуҫ булып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, терәк булып йәшәнек. Бөгөн иртә менән күңелемдә үҙенән-үҙе Ирек ағай тураһында шиғыр килеп тыуҙы, уны һеҙгә лә тәҡдим итәм, - тине райондың Табын ырыуының ҡор башы Фәрғәт Ҡотлобаев.
Йөрәктәрҙә өмөт ҡабыҙҙың
Шиғырҙарыңа ҡат-ҡат уҡталам -
Берсә тынам, берсә тын алам,
Йә күктәргә олғашҡандай булам,
Йә томанға инеп юғалам...
Шундай ябай, шундай халыҡсандар -
Йөрәктәргә үтә һүҙҙәрең.
Үҙең менән һµйләшкәндәй булам,
Рәсемеңдән ҡарай күҙҙәрең.
Ишеткәндәй булам тауышыңды
Һеңеп ҡалған хәтер түренән:
Яңғырай ул ҙур-ҙур йыйындарҙа,
Ауаз булып Урал үренән.
Уралған ул баҫыу юлдарына,
Һайрауына таңда сыйырсыҡ,
Ауыр йылдар, табыу, юғалтыуҙар,
Танһыҡ сағы ҡаты ҡыйырсыҡ.
Исемдәрең юҡҡа Ирекме ни?!
Шиғриәттә ирек дауланың,
Үҙ һүҙеңде ҡыйыу әйтә белдең -
Инҡар итеп түрә шаулауын.
Тоташтырҙың милләт араларын,
Йығылғанды тартып торғоҙҙоң,
Һауыҡтырҙың күңел яраларын,
Йөрәктәрҙә өмөт ҡабыҙҙың.
- Ғәфү ит һин, бәлки, ваҡытында
Белмәгәнбеҙ һинең ҡәҙерҙе!
Нимә ҡала?!
Килеп баш эйергә,
Баш эйергә һинең ҡәбергә.
Онотмабыҙ! Һин бит киләсәккә
Ижад менән ҡуйҙың юл һыҙып.
Хөрмәт менән халҡың түләйәсәк -
Трибун шағир, граждан һәм Әҙип!
- Иҫ китмәле матур сара үтте. Уны ойоштороусыларға бик ҙур рәхмәтлемен,- тине Ирек Лотфый улының һеңлеһе Рәйсә Нагорная. Ирек Кинйәбулатовтың ижади әҫәр­ҙәре – китап кәштәләрендә, халыҡ күңелендә мәңге һаҡланасаҡ.
Яңы китаптың исем туйы
Был кµндµ “Иҫке Бәпес тиҙәр ауылымды” китабының исем туйы байрамға тағы мәртәбә өҫтәне. Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе башлығы Азамат Муса улы Ғәйфуллин һµйµнµсµ менән уртаҡлашты:
– Иҫке Бәпес ауылы биләмәһенең тарихы, ер-һыу атамалары, ошонда тыуып-үҫеп, µлгµлµ тормош һәм хеҙмәт юлы үткән ауылдаштары, һуғыш һәм тыл ветерандары, орден-миҙалдарға лайыҡ булғандар, хеҙмәт алдынғылары, тµрлµ премия лауреаттары, үҙ эшенә тоғро ябай хеҙмәт кешеләре, µлгµлµ ғаиләләр һәм башҡа лайыҡлы ауылдаштар тураһында яңы китап донъя күрҙе. Был китаптың бер генә авторы юҡ. Ауыл тарихы тураһында китап сығарыу ул инициатив тµркµмдµң тырыш хеҙмәте һµҙµмтәһе.
Ул был изге эштә ярҙамлашҡан бер тµркµм әүҙемселәр – Фәнил Ҡоҙаҡаев, Фирүзә Абдуллина, Миңниса Камалова, Зµлфирә Кинйәғолова, Рамазан Шаймарҙанов, Юнир Дилмµхәмәтов, Айнур Абдуллин, Фәйлә Яҡупова, Рузилә Хафизова, Гөлназ Ғаффарова, Роза Дилмөхәмәтова, Гүзәл Ғәлиуллина, Әлфиә Байдәүләтова һәм Зµбәржәт Мифтаховаларға Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы.
Ә инде китапты баҫтырып сығарыуҙа финанс ярҙам күрһәткән ошо ауылдан сыҡҡан, “Атайсал – кесе Ватан” проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан һәм шәхси µлµш индергән, “СК БашСтройКонструкция” йәмғиәте директоры Ришат Хәсәновҡа район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров республика Башлығы ҡултамғаһы менән Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Һағыныуҙы баҫты осрашыу
Кеше күңелендә иң ҙур урын биләгән мәңгелек ҡиммәттәрҙең береһе ул – тыуған ер! Ниндәй генә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр кем тәпәй баҫҡан, кендек ҡаны тамған ере хаҡындағы иң изге, йылы тойғоларҙы йµрәк түрендә һаҡлай. Абдулла ауылы халҡы ла тыуған тупрағынан кµс, дәрт алып ғүмер итә.

Абдулла – Иҫке Бәпес ауыл биләмәһендә урынлашҡан ҙур булмаған ауыл ул. 1972 йылда Иҫке Бәпес ауылынан сыҡҡан кешеләр менән нигеҙ һалынған ауыл ул.

Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе башлығы Азамат Ғәйфуллин ауылдың иң оло кешеләре – Миңлерадик Мөхәмәтҡолов һәм Нажиә Хәсәнованы, иң йәш кешеһе Элина Баймµхәмәтованы бүләкләп үтте. Ауылдың бөгөнгө һәм киләсәк үҫеше өсөн тос өлөш индергән бер төркөм әүҙемселәрҙе тәбрикләне һәм “Өлгөлө йорт” конкурсы еңеүселәрен билдәләп үтте. Бына улар – Фидалиә һәм Илдар Хәсәновтар, Алһыу һәм Радик Хәлитовтар, Рәзиә һәм Надир Әйүповтар.
- Бөгөн ауылыбыҙҙа ҙур байрам. Туған-тыумасалар, таныштар, дуҫтар, әхирәттәр менән аралашыу теләге менән ашҡынып ҡайттыҡ. Сит тарафтарҙан, Башҡортостандың төрлө төбәгенән Хәсәновтар ғаиләләре йыйылды. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә яҙмышыбыҙ тыуған тупраҡ менән бәйләнгән. Йыл һайын төп йортҡа ҡайтып туғандар, яҡындар менән күрешеп торабыҙ. Атай йортон ташламаҫҡа, тәрбиәле тоторға тырышабыҙ. Атайым Сабирйән Ғәлләметдин улы һәм әсәйем Рәсимә Ҡорбанғәли ҡыҙы мәрхүмдәр инде, икеһе лә ғүмер буйы колхозда лайыҡлы эшләнеләр, матур донъя кµттµләр, балалар үҫтерҙеләр. Һәр ауылдың ғорурлығы һаналған һоҡланғыс кешеләре була, ауылыбыҙҙан шундай Ирек Кинйәбулатов кеүек әҙиптәр сыҡҡанына, еребеҙҙе данлағандарына ғорурланабыҙ. Иң мµһиме, донъялар тыныс булһын, һуғыштар бөтһөн. Абдулла ауылынан, Иҫке Бәпес ауыл Советы биләмәһенән МХО-ға киткән егеттәр имен-һау ҡайтһындар. Хәсәновтар араһында ла махсус операцияла ҡатнашҡандар бар,- тине Ишембай ҡалаһынан ҡайтҡан Рәзилә Хәсәнова.
Туғандар йыйылған табын артында ла изге теләктәр яңғыраны. Әйткәндәй, ҡунаҡсыл Хәсәновтар ырыуы мул табын әҙерләгән. Ҙур өҫтәл төрлө милли һый-хөрмәттән һығылып торҙо. Хужаларҙың барыһы ла ихласлыҡ, халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡ менән һәр кемгә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте. Ауыл халҡы, ҡунаҡтар йылы аштан, ҡайнар сәйҙән, тәмле-татлы ризыҡтан ауыҙ итте.
БР-ҙың халыҡ артисы Йәмил Әбделмәнов, Башҡортостан Респуб­ликаһының атҡаҙанған артистары Миңзифа һәм Артур Туҡтағоловтар, урындағы һәүәҫкәрҙәрҙең дәртле йыр-моңдары байрамға йәм өҫтәне.
Ошондай байрамдар, осрашыу­ҙар ғаиләләрҙә үҙ-ара татыулыҡты, быуындар бәйләнешен нығыта, ауылдарға йәм бирә.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас