Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
17 Июль 2023, 05:19

Помидор менән ҡыярҙы бергә ҡушып ашарға ярамай

Шулай итһәң, бауырҙа, бөйөрҙә тоҙ барлыҡҡа килә, тиҙәр...

Помидор менән ҡыярҙы бергә ҡушып ашарға ярамайПомидор менән ҡыярҙы бергә ҡушып ашарға ярамай
Помидор менән ҡыярҙы бергә ҡушып ашарға ярамай

Шулай итһәң, бауырҙа, бөйөрҙә тоҙ барлыҡҡа килә, тиҙәр...

Урал фитнес институты уҡытыусыһы Игорь Мормиль белдереүенсә, ҡыяр менән помидорҙы айырым ашау сәләмәтлек өсөн күпкә файҙалыраҡ икән. Ә бына ошо ике йәшелсә бергә ҡушып эшләнгән салаттың файҙаһы юҡ. Хатта бындай салаттың организмға зыян килтереүе ихтимал, тигән фекерҙә табиптар.

Урал фитнес институты уҡытыусыһы Игорь Мормиль әйтеүенсә, помидор һәм ҡыяр ҡушылып эшләнгән салат һөҙөмтәһендә организм өсөн мөһим С витамины юҡҡа сыға икән. Тап ошо антиоксидант помидорҙа күп, ә ҡыярҙа С витаминын юҡҡа сығарыусы аскорбиназа бар икән.

“Помидор менән ҡыярҙы нисек кенә маҡтаһалар ҙа, уларҙы айырым ашау организм өсөн күпкә файҙалыраҡ. Был ике йәшелсәне бергә ҡушып ашарға ярамай. Шуға уларҙан эшләнгән салаттың да организм өсөн файҙаһы юҡ”, – тип белдергән табип. Тағы ошондай салаттың бауырҙа, бөйөрҙә тоҙ барлыҡҡа килтереүе, сирҙәргә сәбәпсе булыуы хаҡында әйткән белгес.

Фото: ru.freepik.com/

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас