

Фәүзиә апай Насирова әле ҡышҡылыҡҡа еләк-емештәрҙән төрлө ҡайнатма, ҡатнашмалар әҙерләй. Шулай ҙа ошондай рецепт буйынса эшләнгәнен өйҙәгеләр айырыуса ярата.
"Бының өсөн берәр килограмм лимон, әфлисун, ике килограмм ҡарағатты үткәреп, биш кило шәкәр ҡомо ҡушып, 10-12 сәғәт тирәһе ултыртып торам. Шул уҡ ваҡытта бутап торорға ла оноторға ярамай. Аҙаҡ стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас менән ябып, һыуытҡысҡа алып ҡуям. Тәмле генә түгел, витаминдарға бай булыуы менән дә айырылып тора ул. Тағы ла бер төрлөһөн тәҡдим итәм: 2,5 килограмм абрикос, берәр лимон менән әфлисунды үткәреп, биш кило шәкәр ҡушам, унан шәкәр иреп бөткәнсе тотам һәм стерилләнгән банкаларға тултырам", - тип рецепттары менән уртаҡлашты аш-һыу оҫтаһы.
Көндәр эҫе торһа ла, Насировтар ғаиләһенең баҡсаһы быйыл да уңышы менән ҡыуандырған. Май айынан ҡыяр ашай башлағандар. Авгусҡа тиклем был йәшелсәнән өҙөлмәҫ өсөн яңынан сәсеп, түтәлдәрен байытҡан хужабикә. Помидорҙары ла ҡыҙарып өлгөргән.
Баҡса үҫтереүҙә Насировтарға каникулға ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәре лә ярҙам итә. Фәүзиә апай улар өсөн өҙөлөп торған өләсәй ҙә. Балалары милли йолаларҙы, ризыҡтарҙы белеп үҫһен өсөн яңыраҡ матур байрам ойошторғандар. Бишбармаҡ, ҡыҫтыбый кеүек милли ризыҡтар әҙерләгәндәр, ҡорбан итен бешергәндәр, был байрам, милли-аш-һыу тураһында һөйләү һәм һыйланыу бәләкәстәргә айырыуса оҡшаған.
"Элек әсәй, өләсәйҙәребеҙ кейенгәнсә, яулыҡты яҙып бәйләп алдым. Баҡсала ергә ашъяулыҡ йәйеп. саф һауала милли ризыҡтарыбыҙ менән һыйланып, матур ял иттек, - ти Фәүзиә апай.
Фото Насировтарҙың ғаилә архивынан.