+30 °С
Болотло


Улар баштан уҡ бергә, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәгән икән. Илнарҙың яраланғанын күргәс тә, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеп госпиталгә оҙатҡандар. Үкенескә күрә, талантлы артисыбыҙҙы юғалттыҡ. Ә шулай ҙа, коллегаларының рухтары күтәренке. Үҙ сираттарында, Рәсәй оборона министрлығына үтенес хаты менән мөрәжәғәт иткәне өсөн, улар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Һеҙҙең юғалып ҡалмауығыҙ, Ватаныбыҙға тоғро хеҙмәт итергә һәр саҡ әҙер булыуығыҙ өсөн рәхмәт, егеттәр! Беҙ һеҙҙең менән!
Фото: Сибай концерт-театр берекмәһе.