Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
12 Июль 2023, 09:55

Кисә кис "Ҡомло" пляжында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән

59 йәшлек ир һыуға биленә генә ҡәҙәр инеү менән һушын юғалтып йығылған.

Кисә кис "Ҡомло" пляжында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгәнКисә кис "Ҡомло" пляжында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән
Кисә кис "Ҡомло" пляжында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән

Пляжда дежурҙа торған Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре ирҙе шаһиттар менән бергә һыуҙан алып сыҡҡан. Ашығыс ярҙам бригадаһы килгәнсе, ҡотҡарыусылар зыян күреүсегә тәүге ярҙамды күрһәтә, һуңынан медицина хеҙмәткәрҙәре лә реанимация сараларын дауам итә, ләкин ирҙе терелтә алмайҙар. Асыҡланыуынса, тромб өҙөлгән була...

Ҡапыл эҫенән һыуға ингәндә ҡан тамырҙары ҙур көсөргәнеш кисерә. Сумғанда, хатта йәштәрҙе лә инсульт һуғыуы бар, һаҡ булығыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас