

Иҫ китмәле эҫе мәлдәр кисерәбеҙ. Тик был һынауҙар ниңә икән, тип уйларға ғына форсат та , ваҡыт та юҡ – эҫене һыу инеп, тәбәиғәттә ял итеп йә башҡа сара менән баҫыу юлындабыҙ.
Һәр нәмәлә – был тәбиғәт күренештәре, катаклизмдары, яуым-төшөм һ.б. булһынмы – ошоларҙы бар ҡылыусы Аллаһтан рәхмәт, хикмәт, кешеләргә киҫәтеү, аҡыл, бәндәне ниҙәндер йолоп-ҡурсып ҡалыу һәм уйлыға уй төйөнө бар.
Әле аномаль эҫе, тинек. Күбебеҙ өсөн был термометр бағанаһындағы һандарҙың уйнауы, йәйге селлә генә, ә уйлар, һығымта яһар, тормошоңа, ғүмереңә йомғаҡ яһар, ҡылғандарыңа баһа биреп уйланыр, фекер йөрөтөр сәбәп түгел.
Һәр нәмә Аллаһтан һәм унда ниндәйҙер хикмәт һалынған.
Дин ғалимдары әйтеүенсә, ошондай күренештәр – бәндәләр өсөн һабаҡ һәм улар Ҡиәмәт көнөнөң һәм тамуҡтың билдәләренән.
Бохариҙан килтерелә: “ Ысынбарлыҡта, томорҡа һәм эҫе Йәһәннәм утының көсәйеүенән. Тамуҡ уты Аллаһҡа зарланған: “Йәә, Раббым! Минең бер өлөшөм икенсе өлөшөмдө йотто”-, тигән. Аллаһ Тамуҡҡа ике тапҡыр тынын сығарырға рөхсәт иткән. Береһен – ҡыш, икенсеһен – йәй.”
Ошо мәлдәр инде йәйге ныҡ эҫе көндәр һәм ҡышҡы сатлама һыуыҡтар.
Икенсе риүәйәттә (Тирмизи) әйтелгән: “ Тамуҡтың ҡыш тын сығарыуы – сатлама һыуыҡ, ә йәйге тын сығарыуы – түҙеп торғоһоҙ эҫе”.
Тамуҡтың бер тын сығарыуынан ошолай йонсойбоҙ икән, шундә эләгергә Аллаһ Үҙе ҡушмаһын, тип доға ҡылырға ғына ҡала беҙгә, бәндәләргә...
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.