

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенгә ошолай тип доға ҡылғаны риүәйәт ителә:
"Үғииҙүкүмәә* бикәлимәәәтил-ләәһиттәәммәти мин күлли шәйтании үә һәәммәһ, үә мин күлли ғәйнин ләәммәһ".
Мәғәнәһе:
"Аллаһтың камил һүҙҙәренә улар һеҙ икәүҙе (йәки һине, йәки һеҙҙе) һәр төрлө шайтандан һәм төрлө зыянлы бөжәктәрҙән йәнә күҙ тейеүҙән һаҡлаһын тип һыйынам!"
* Бер ир бала өсөн - күғииҙүкә, бер ҡыҙ бала өсөн - күғииҙүки, ике бала өсөн - күғииҙүкүмәә, икенән күберәк ир балалар йәки ир һәм ҡыҙ балалар өсөн - күғииҙүкүм, икенән күберәк ҡыҙ балалар өсөн - күғииҙүкүннә.
"Мосолмандың ҡәлғәһе" китабынан.
Фото: islam.ru