+24 °С
Ямғыр


РФ Дәүләт Думаһының ЛДПР фирҡәһе депутаттары закон проекты әҙерләй. Унда билдәләнеүенсә, кәм тигәндә 10 йыл бергә йәшәгән парҙарға йорт төҙөү өсөн бушлай ер участкаһы бирергә. Быға тиклем өйө булған хәлдә лә, ғаилә тағы ла ҙурыраҡ йорт һалыу өсөн ер алыу хоҡуғына эйә була.
“Рәсәйҙә ерҙең 15 проценты ғына үҙләштерелгән. Әгәр ҙә беҙ үҙебеҙҙең ерҙәрҙе алмаһаҡ, быны башҡалар эшләйәсәк”, - ти депутаттар.