

Тырышып һәм намыҫлы эшләгәне өсөн 1971 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Дөйөм эш стажын 41 йылға тултырып хаҡлы ялға сыға уҙаман. Тормош иптәше менән биш балаға ғүмер бирәләр. Тормош иптәшенең баҡыйлыҡҡа күскәненә лә байтаҡ йылдар үткән. Кәшбулл ағай улы Илдар һәм килене Эльвираның ғаиләһе менән ғүмер кисерә.
– Район гәзитен ғүмер буйына алдырҙыҡ. Атайыбыҙ әле Аллаға шөкөр, йорт тирәһендә лә тик тормай, гәзиттән дә айырылғаны юҡ. Иң элек гәзитте ул уҡып сыға. Уның биттәре аша райондағы яңылыҡтар, хәл-ваҡиғалар менән танышабыҙ. Яҡшы кешеләр, бигерәк тә ауылдаштар тураһында яҙылған мәҡәләләр күңелгә хуш килә, - тип уртаҡлашты улы Илдар Кәшбулла улы.
Сираттағы бүләк уйнатыуҙың еңеүсеһен ихлас ҡотлайбыҙ һәм уның менән дуҫлығыбыҙ оҙаҡ йылдар дауам итеренә ышанабыҙ. Ә кемдәр әле бүләк отмаған, өмөттәрегеҙҙе өҙмәүегеҙҙе һорайбыҙ. Беҙҙең яратҡан гәзит уҡыусыбыҙ булып ҡалығыҙ һәм һеҙгә лә бәхет мотлаҡ йылмаясаҡ!