Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
6 Июль 2023, 11:08

Айҙың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?

Йәйҙең икенсе айы арыу ғына ҡыҙҙыра бит, йәмәғәт. Алдағы көндәр ҙә шулай булырмы икән? 

Айҙың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?Айҙың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?
Айҙың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?

Аллаһы Тәғәләнең насар көнө юҡ. Йәй шундай була инде ул, тиер күптәр. Хәҙер, кем әйтмешләй, һауа торошоноң үҙгәреүенә өлгөрөп тә булмай, иртән эҫе ҡурһа, кис шыҡырайтыуы ла ихтимал. Белгестәр яңы фараздарын еткерә.

Метеорологтар, Атлантиканан эҫе һауа ағымдары килеүен дауам итәсәк, ти. Шуға ла июлдең икенсе яртыһында +40 градус ғәҙәти күренеш булыуы мөмкин. Рәсәйҙең күп төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла эҫелек  күҙаллана. Иң “һалҡын” көн дә +31 була, имеш.

Ә ямғырҙар? Бөтөнләй яумай, тимәйҙәр былай. Тик етерлек булмаҫ, моғайын. Ҡыҫҡа ваҡытлы бер-ике тапҡыр яуған ямғыр эҫене ҡыуа алмаҫ.

Һаҡ булығыҙ!

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас