Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
5 Июль 2023, 10:02

"Ҡаймаҡ байрамы" үткән

Иглин районының Меңйетәр ауылында үҙенсәлекле байрам ойошторолған.

"Ҡаймаҡ байрамы" үткән"Ҡаймаҡ байрамы" үткән
"Ҡаймаҡ байрамы" үткән

"Ҡаймаҡ байрамы" барыһына ла оҡшаған, уны йыл һайын үткәрергә ҡарар ителгән.

"Мәҙәниәт" милли проекты маҡсаттарына тура килгән был байрам һөт тематикаһын үҙ эсенә алған. Сарала барыһы ла шуға бәйле булған - һыйыр һындары, үгеҙ, һөт бидондары, бесәндән композициялар, һөт продукцияһы һ.б.
Аҡланға тирмә ҡуйып, уны башҡортса йыһазландырып, ҡунаҡтарҙы бай күргәҙмә менән йәлеп иткәндәр. Благовещен, Өфө районы оҫталары ла килгән. Шәхси хужалыҡтар һөт аҙыҡтарын тәҡдим иткән. Байрамды мәҙәни яҡтан «Хәтирә» (Ҡарамалы ауыл советы) халыҡ башҡорт фольклор коллективы биҙәгән. Балаларға күңелле уйындар ҙа ойошторолған. Гастрономик оҫталыҡ дәрестәре бик ҡыҙыҡ булған. Байрам һуңында ҡунаҡтарға ялан шарттарында бешерелгән хуш еҫле ризыҡ һәм сәй тәҡдим ителгән.
Фото: Иглин районы хакимиәтенән.
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас