Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Июль 2023, 06:31

Юғары тиҙлекле интернет төпкөл ауылдарға ла етә

Республиканың 37 районында 125 тораҡ пунктҡа мобиль элемтә һәм 4G тиҙлектәге интернет үткәрелгән. Сиратта - 117 ауыл. 

Юғары тиҙлекле интернет төпкөл ауылдарға ла етәЮғары тиҙлекле интернет төпкөл ауылдарға ла етә
Юғары тиҙлекле интернет төпкөл ауылдарға ла етә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, республиканың 37 районында 125 тораҡ пунктҡа мобиль элемтә һәм 4G тиҙлектәге интернет үткәрелгән. Сиратта - 117 ауыл. Йыл аҙағына тиклем уларҙа ла буласаҡ.

"Был "Устранение цифрового неравенства 2.0" федераль проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһе. Уның буйынса 100 - 500 кеше йәшәгән ауылдарға мобиль элемтәнең база станциялары ҡорола. Быйыл Башҡортостанда программала ҡатнашыусылар квотаһы - иң ҙуры. Йәғни, беҙ шундай станцияларҙы күп төҙөйбөҙ. Проект 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Беҙҙең бөтә кеше мобиль элемтә менән файҙаланһын һәм интернетҡа тоташа алһын өсөн республика ҡаҙнаһынан да аҡса бүләсәкбеҙ. Элементар комфорт һәм хәүефһеҙлек тә йыш ҡына шуға бәйле", - тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.

Фото: Радий Хабиров (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-07-04/yu-ary-ti-lekle-internet-t-pk-l-auyldar-a-la-et-3326371

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас