Эльвир Фәнзил улы ғүмеренең 25 йылын Эске эштәр органдарында лайыҡлы уҙғара. Әле ЮХХДИ ветераны хеҙмәт иткән йылдарын, бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен йылылыҡ менән иҫкә ала. “Әгәр ҙә тағы ла һөнәр һайларға булһа, һис уйлап тормайынса тағы ла ошо еңел булмаған һәм хәүефле хеҙмәтте һайлар инем”, - ти.
Алмалыҡ ауылында тыуып үҫкән Эльвир Дәүләтшин бала саҡтан күп малайҙар кеүек машиналар менән ҡыҙыҡһына. Шуға ла ул мәктәпте тамамлағандан һуң Ауырғазы һөнәрселек училищеһына водитель, слесарь-механик һөнәрен алыу өсөн уҡырға бара. Диплом алғас, Боҙаяҙ совхоз питомнигында водитель булып эшләп, армия сафына алына. Ике йыл Приморье крайында сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, хаҡлыҡты, ғәҙеллекте, тәртипте яратҡан егет баш ҡалала Эске эштәр органдарына эшкә урынлаша. 2003 йылда иһә районға дәүләт юл хеҙмәтенә инспектор булып күсеп, 2019 йылға тиклем хеҙмәт итә.
Етәкселектең һүҙҙәре буйынса, уны хеҙмәтендә намыҫлылыҡ, яуаплылыҡ, принципиаллек, бурысҡа тоғролоҡ, юғары һөнәри оҫталыҡ, бай тәжрибә булыуы, йәш хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеүе менән абруй ҡаҙана. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары, юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
- Юл хәрәкәтен контролдә тотоу, юл-транспорт һәләкәттәрен булдырмауға йүнәлтелгән профилактик саралар, юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, трассаларҙа килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итеү, машина йөрөтөүсе иҫерек килеш руль артына ултырыусыларҙы, патруллек маршруттарында енәйәттәрҙе асыҡлау һәм булдырмау буйынса эштәр алып барабыҙ. Ҡағиҙәләрҙе боҙоу юл хәрәкәттәрендә ҡатнашыусылар өсөн хәүеф тыуҙыра. Был хеҙмәттә һөнәри оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ һәм етдилек күрһәтергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта кешеләргә ихтирамлы булыу ҙа мөһим. Һәр нимәне йөрәгем аша үткәрҙем, авариялар булған ерҙә бәләгә тарыусы кешеләргә ҡарап бик борсола торғайным. Ғөмүмән, ниндәй һөнәргә эйә булһаң да, уға үҙеңде тулыһынса бағышларға кәрәк, - ти дәүләт автоинспекцияһы ветераны.
Фәнзил Дәүләтшин льгота буйынса пенсияға сыҡҡас, эшһеҙ ултырыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмай. Башҡа өлкәгә эшкә урынлашырға тура килә. Әммә ғүмере буйы юл менән бәйле һөнәргә тартыла ул. Райондың юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығына хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес булып эшләп ала ла, тиҙ ярҙам машинаһына водитель булып урынлаша.
Донъяға ыңғай ҡарашлы Эльвир Фәнзил улы ғаиләһенән дә уңа. Ҡатыны Ләйсән Шамил ҡыҙы менән ике ул һәм ике ҡыҙға ғүмер бирәләр. Балалары уҡыуҙағы уңыштары менән шатландырып торһа, ҡатыны – уның кәңәшсеһе һәм
Форсаттан файҙаланып, ул әлеге юл инспекторҙарына ла эшкә тоғро, ғәҙел булып, иңдәренә алған һөнәри йөкләмәне теүәл үтәүҙәрен теләне.
Фәниә Сәлимгәрәева.