Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
26 Июнь 2023, 05:46

Һис шикһеҙ, был – "Йыл туйы"!

 Популяр йырсылар Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасуринаның туйында ҡатнашҡан ҡунаҡтар шундай баһа биргән.

Һис шикһеҙ, был – "Йыл туйы"!Һис шикһеҙ, был – "Йыл туйы"!
Һис шикһеҙ, был – "Йыл туйы"!

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанда тыуып үҫкән, әле күрше республикала ижад иткән популяр йырсылар - Туймазы батыры Ришат Төхвәтуллин менән Шишмә матуры Әлиә Ҡарасуринаның туйҙары гөрләне. Бәхетле йәштәрҙең туй мәжлесендә ҡатнашҡан ҡунаҡтар сараның бик юғары үтеүен, кейәү һәм килендең иҫ киткес матур булыуын, бер-береһенә тап килеүҙәре хаҡында бик күп комментариайҙар ҡалдырған. Һәм яңы барлыҡҡа килгән йәш ғаиләнең - Ришат һәм Әлиә Төхвәтуллиндарҙың туйы һис шикһеҙ "Йыл туйы"на тиң үтте, тигәндәр.

Беҙ йәштәргә мөхәббәтле һәм тиң оҙон ғүмер, ғаилә бәхете һәм илһамлы ижад теләйбеҙ!

Фото һәм видео: "Татар Эстрада" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас