

Быйылғы йыл бик үҙенсәлекле килә. Апрель-май айҙары йәй көнөндәй эҫе булды ла, июнь иһә киреһенсә һыуыҡ булыуы менән аптырата. Синоптиктар быйылғы йәй ошоға тиклем булмағанса эҫе булыр тип фаразлай ине, тик июнь үтеп бара, ә беҙ һаман курткала. Алдағы көндәрҙә беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә? Белгестәр фараз бирҙе.
Юҡ, йәй һаман эҫе көндәре менән ҡыуандырырға ашыҡмай. Алдағы көндәрҙә лә һалҡын булыр тиҙәр. Бөгөн урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 3, 8 градус, төньяҡ һәм таулы райондарҙа ҡырау төшә, һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -2 градус, көндөҙ 14, 19.
24 июндә лә Башҡортостанда урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 4, 9, көндөҙ 15, 20 градус.
Фото: m.daytimenews.ru