

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә кис Иглин ауылының Үҙәк урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр килгән.
Янғын урынына тәүгеләрҙән булып Иглин ауыл советының ирекле янғын һүндереү командаһы килә. Улар ағас йортто ут ялмап алғанын күрә һәм шунда уҡ һүндерергә тотона. Янғын баҫыла.
“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндергән ваҡытта 47 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙың кәүҙәһе табылған. Утты һүндереүгә биш техника берәмеге һәм туғыҙ кеше йәлеп ителгән. Янғын урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүсе эшләй», - тип хәбәр итәләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Шулай уҡ кисә Күмертау ҡалаһының Йәштәр урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр алына. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр урынға килеп еткәс, улар тимер япма аҫтында 350 центнер күләмендә бесән яныуын асыҡлаған. Янғын һүндерелгән.
Утты үҙаллы һүндергән саҡта 1979 йылғы ир зыян күргән. Уның ҡулдары ныҡ бешкән. Ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы менән ул Күмертау дауаханаһына оҙатылған.
Ут менән эш иткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, һаҡ булығыҙ һәм уяулыҡты юғалтмағыҙ. Ул һаҡһыҙлыҡты, битарафлыҡты ғәфү итмәй...
Фото: mchsrb