

Билдәле булыуынса, Нәбиевтар Мальдивала ял итә. Улар социаль селтәрҙә ялдан фото-видеолар менән утаҡлаша.
Сираттағы видео халыҡ араһында шау-шыу ҡуптарған. Унда ғаилә һыу инеү кейемдәрендә төшкән. Тик халыҡтың ир менән ҡатын араһындағы матур мөнәсәбәттәргә иҫтәре китмәгән, улар блогерҙың ҡатынын килешһеҙ, уңышһыҙ һайлаған купальнигын, буй-һынын, бар донъяға асыҡ кейемдәге фотоларын күрһәтеүҙә тәнҡитләгән.
“Купальник буй-һынына тап килмәй”, “Индира тырыша, әммә матур буй-һын булдырыуға ирешә алмай”, “Стилист менән кәңәшләшергә ине, купальник етешһеҙлекте ҡапларға тейеш”, “Ҡабан кеүек йүгерә”, “Бындай кейем килешеп бөтмәй, буй-һыны ла идеаль түгел. Ҡыҙ ҙа түгел инде, модель дә түгел” тигән комментарийҙар ҡалдырған.
Блогер комментарийҙарҙа ҡатынын яҡларға тырышҡан, әммә кире фекер белдереүселә бик күп булып сыҡҡан.
Фото: Т. Аманов