Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
15 Июнь 2023, 04:25

Беренсе уҡытыусым

Быйыл белеүебеҙсә, Рәсәйҙә “Уҡытыусы һәм остаз” йылы тип иғлан ителде. Шул уңайҙан улым Фидандың беренсе уҡытыусыһы Абдрахманова Тәнзилә Ғәзимйән ҡыҙын телгә алып үткем килә. Балаларҙы беренсе класҡа ҡаршы алған тәүге уҡытыусы - һәр кемдең дә күңелендә юйылмаҫ эҙ ҡалдыра. Шулай уҡ уҡый-яҙа белмәгән, йыр-бейеүгә лә маһир булмаған, ата-әсәләренән айырылып бер коллективҡа тупланып беренсе тапҡыр аҡ ҡағыҙға хәрефтәр яҙыу, уҡырға өйрәнеү, ғөмүмән, белем донъяһының баҫҡыстары буйлап үрләү - быларҙың барыһы ла беренсе уҡытыусынан башланыр, моғайын.

Беренсе уҡытыусымБеренсе уҡытыусым
Беренсе уҡытыусым

2003 йылда улымды етәкләп Ҡарлыманбаш башланғыс мәктәбенә беренсе класҡа уҡырға алып килдем. Беҙҙе унда мөләйем йөҙлө йәш кенә уҡытыусы ҡаршы алды. Яңы мәктәп, яҡты класс бүлмәһе һәм белемле уҡытыусы. Беҙ балаларҙы ышаныслы ҡулдарға тапшырып, улар менән бергә мәктәп донъяһына сумдыҡ.
Тәнзилә Ғәзимйән ҡыҙы талапсан, тырыш, ғәҙел, үҙ эшен яратып башҡарыусы кеше. Уның класында һәр ваҡыт тәртип, йыйнаҡлыҡ, бөхтәлек булды. Балалар һаны әҙ булыу сәбәпле, мәктәптә дүрт класс уҡыусылары бергә уҡыны. Өлгөр уҡытыусы барыһына ла тигеҙ ҡарашлы булыуы менән айырылып торҙо, белемде лә, йыр-бейеүгә лә оҫталығын уларға тигеҙ өлгәште. Мәктәптә уның етәкселеге аҫтында үткәрелгән һәр сара, байрамдар сағыу төҫ ала, уҡыусыларға ла, ата-әсәләргә лә байрам кәйефе уята торғайны. Байрамдан һуң бергәләшеп сәй эсеүҙәр, уҡыусыларҙың күңелендә әле лә изге тойғо уяталыр,тип уйлайым.
Тәнзилә Ғәзимйән ҡыҙы һәр ваҡыт уҡыусылары менән бергә булды. Тәбиғәткә походҡа сығыуҙар, тәбиғәт менән яҡындан аралашыу балаларҙың күңелендә тыуған еребеҙгә ҡарата һөйөү уятһа, улар менән бергә мәктәп алды учаскаһында йәшелсә-емеш үҫтереү, сәскәләр ултыртыу, уларҙы тәрбиәләү, йылға-күл буйҙарын, ауылыбыҙҙың тирә-яғын сүп-сарҙарҙан таҙартыу - хеҙмәткә юл һалғандыр.
Тәнзилә Ғәзимйән ҡыҙы Ҡарлыманбаш башланғыс белем биреү усағында эшләгән дәүерҙә мәктәптә тыуған-яҡты өйрәнеү музейы асылды. Уҡыусылар менән бергә һәр өйгә инеп боронғо ҡомартҡыларҙы йыйып музей төҙөү иһә балаларға ауылыбыҙҙың тарихын өйрәнеүгә бер этәргес булды. Был эшкә ауыл халҡы ла дәррәү ҡушылды. Шулай итеп, ҙур тырышлыҡ менән ауылыбыҙҙың музейы булдырылды. Тыуған еребеҙҙең тарихыһын белеү, уның кешеләре менән аралашыу, ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф ғәҙәттәрен, кәсептәрен өйрәнеү - ул һәр беребеҙҙең бурысылыр. Был йәһәттән, беҙ беренсе уҡытыусыбыҙға рәхмәтлебеҙ.
Тәнзилә Ғәзимйән ҡыҙының Ҡустығол ауылынан Ҡарлыманбашҡа килен булып төшөүенә лә байтаҡ йылдар үтте. Ул ауылыбыҙҙың абруйлы кешеһе, уңған килен, һөйөклө ҡатын, ихтирамлы әсәй һәм яғымлы өләсәй ҙә. Тормош юлдашы Ғәфиәт менән улдары Рәмилгә, ҡыҙҙары Гүзәлгә матур тәрбиә бирҙеләр. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап эшһөйәрҙәр. Донъя ҡороп хәҙер инде үҙҙәре балалар үҫтерәләр.Тәнзилә Ғәзимйән ҡыҙы өйөндә, ихатаһында матур-матур гөлдәр, сәскәләр үҫтерергә ярата. Шулай уҡ уның тағы бер шөғөлө - күңелендәге хистәрҙе ҡағыҙ битенә төшөрөп, һоҡланғыс шиғырҙар ижад итеү. Уның күңеле хис-тойғоларға бик бай. Бөтә яҡтан да килгән тиҙәр ундай кешеләргә. Ул уҡытҡан уҡыусылары ла үҙе кеүек тырыштар, бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫтар. Беренсе уҡыутыусыларын онотмайҙар, хәлен белешеп торалар. Илебеҙҙәге үҙгәртеп ҡороу елдәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ҡарлыманбашты ла урап үтмәй, ауылыбыҙҙың мәктәбен яптылар. Әлеге ваҡытта Тәнзилә Ғәзимйән ҡыҙы Ҡарлыман дөйөм белем биреү мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Ул үҙен бында ла һынатмай. Уҡыусыларының яратҡан уҡытыусыһы. Уға эшендә гел уңыштар, тәртипле уҡыусылар һәм берҙәм коллективта оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәп эшләргә насип итһен.

Гөлнара Иҫәнғолова,
Ҡарлыманбаш ауылы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас