

Гөлүзә һәм Азамат Юлмөхәмәтовтар Ҡырмыҫҡалы район үҙәк дауаханаһы табиптары. Гөлүзә Ғәли ҡыҙы - табип-стоматолог, ә Азамат Зыя улы хирург булып эшләй. Медицина хеҙмәткәрҙәре профессонализмдары, эштәренә яуаплы мөнәсәбәттәре менән район халҡы араһында ҙур абруй һәм ихтирам яулай. Улар икеһе лә компетентлыҡ, талапсанлыҡ һәм ғәҙеллек кеүек яҡшы сифаттарға эйә. Пациенттар һәм коллегалары уларҙы егәрле, мөләйем, изге күңелле, һәр кем менән дә асыҡ кешеләр булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Азамат Зыя улы Һәүәләй ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Бала саҡтан эшһөйәр, ғәҙел, яуаплы, үҙенә һәм башҡаларға талапсан булыуы менән айырылып тора. Ата-әсәһе балаларын үҙҙәре кеүек бала саҡтан эшкә өйрәтеп үҫтерә. Барыһына ла юғары белем алырға ярҙам итәләр. Азамат Зыя улы уҡытыусылар ғаиләһендә тыуһа ла, уның кескәй йөрәгенә табип һөнәренә орлоҡ һалына. “Халыҡ сәләмәтлеге һағында торған табип – донъяла иң изге һөнәрҙәрҙең береһе”, тип иҫәпләй ул. “Һәүәләй ауылы дауаханаһында арҙаҡлы атҡаҙанған табиптар Рима Хәмит ҡыҙы һәм Рим Ибраһим улы Әхмәровтар эшләй ине. Мең төрлө сырхауға ла дауа тапҡан аҡ халатлы изге йән эйәләрен, яратып, фәрештәләргә тиңләй инем. Ауыр ҙа, шул уҡ ваҡытта бик тә яуаплы табип һөнәре. Шулай булмай ни, улар ҡулында – кеше ғүмере бит. Ауыр булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың хеҙмәттәре минең һөнәр һайлауыма этәргес булғандыр, тип уйлайым”, - ти ул. Бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан малайҙа был һөнәр һоҡланыу уята. Һәм, һис шикһеҙ, табип булырға хыяллана һәм бөгөнгө көнгә тиклем уға тоғро ҡала.
Мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң, күңелендә һаҡлаған хыялын тормошҡа ашырырға теләп, Өфө медицина институтының педиатрия факультетына уҡырға инә. Медицинаны үҙләштереү баштан уҡ ауыр, әммә ҡыҙыҡлы була егеткә. Тәүге көндәрҙән үк уҡыуҙың ҡәҙерен белеп, тырышып белем ала. Бишенсе курстан һуң, хирургия буйынса субординатура, һуңынан интернатура үтә. Институтта хәрби кафедрала медицина хеҙмәте лейтенанты званиеһын да ала.
Гөлүзә Ғәли ҡыҙы тыумышы менән Ҡолош ауылынан. Ул да бала сағынан табип һөнәрен оҡшата һәм мәктәпте тамамлап, ике йыл Һәүәләй дауаханаһында санитарка булып эшләп ала. Һуңынан Өфө дәүләт медицина институтына документтарын тапшыра. Әйткәндәй, Гөлүзә менән Азамат Һәүәләй мәктәбендә бер класта уҡыйҙар. Шул ваҡытта уҡ улар араһында бер-береһенә ҡарата хистәре мөхәббәткә әйләнә. Йәштәр студент йылдарында сәстәрен-сәскә бәйләй. Диплом алғас, йәш ғаилә юллама менән Мәләүез ҡалаһына юллана. Унда ике йыл эшләгәндән һуң, тыуған яҡ уларҙы үҙенә тарта. 1992 йылда Юлмөхәмәтовтар үҙ райондарына эшкә ҡайталар. Гөлүзә Ғәли ҡыҙы стоматология бүлегендә эш башлай. Тәүҙә стоматология бүлегендә ҡатнаш ҡабул итеү буйынса эшләйҙәр. Бөгөнгө көндә ике сменала тик 18 йәштән өлкән пациенттарҙы ғына ҡабул итәләр. Азамат Зыя улы тәүҙә поликлиникала балалар хирургы булып эшләй, артабан хирургия бүлегенә күсерелә. Хирург – иң абруйлы, иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Азамат Зыя улы әллә күпме ғүмерҙәрҙе ҡотҡара, сирлеләргә йән өрә, өмөт уята, йәшәүгә ышаныс бирә. Бәғзе осраҡта тәүәккәллек күрһәтеп, ашығыс операцияларҙы башҡарырға мәжбүр була, сөнки ҡайһы бер мәлдәрҙә бер минут та сирленең ғүмерен ҡотҡарыуға ҙур булышлыҡ итә.
- Операциялар яһау еңелдән түгел. Күптән түгел бына йәш ирҙең йөрәгенә операция яһаныҡ. Егерме көндә уны аяҡҡа баҫтырҙыҡ. Әлеге көндә пациенттың хәле яҡшы. Кисектергеһеҙ операцияларҙы, әлбиттә, Өфө реанимация-консультация үҙәге менән һөйләшеп, килешеп эш итәбеҙ. Күберәк халыҡ бөйөр һәм үт ҡыуығына бәйле сирҙәр менән мөрәжәғәт итә. Был операцияларҙы йыш яһарға тура килә. Халыҡ сәләмәтлегенә битараф булмаһын ине, тип әйткем килә. Операция эшләнең дә, кеше йүгереп китәсәк түгел бит. Унан һуң күпме реабилитация үтергә кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр шуны аңламай, ҡушҡан ваҡытҡа табипҡа барып күренмәйҙәр. Һәр кем үҙ сәләмәтлегенә иғтибарлы булырға тейеш. Кешеләр профилактик тикшереүҙәрҙән ҡурҡырға һәм уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға тейеш түгел,- ти Азамат Зыя улы.- Тағы ла шуны әйткем килә, хирургтарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ, эшләргә табиптар етешмәй. Хәҙер йәштәр күберәк ҡалала ҡалырға тырыша. Йәштәрҙең районға эшкә килеүҙәрен теләр инем.
- Беҙҙең ғаилә сәләмәт тормош яҡлы. Дауаханала ойошторолған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Ғаиләбеҙ менән йүгереү буйынса спорт ярыштарында ла сығыш яһайбыҙ. Ял көндәрендә иртән тороп йүгерәбеҙ, велосипедта елдерәбеҙ, ҡыш көнө саңғыға баҫабыҙ. Сәйәхәт итергә яратабыҙ, походтарға сығабыҙ. Китап уҡырға ла яратабыҙ. Йортобоҙҙа бәләкәй генә китапханабыҙ бар. Район китапханаһына ла йыш йөрөйбөҙ. Үҙем Франция, Башҡортостан, Рәсәй тарихтары менән ҡыҙыҡһынам. Әле бына һуңғы уҡый башлаған китабым Пугачев восстаниеһы тураһында. Ваҡыт булғанда йылына утыҙ-ҡырҡ китап уҡырға тырышам. Ҡайҙа йөрөһәм дә һәр ваҡыт берәй китапты үҙем менән йөрөтәм,- ти ул.
35 йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, иңгә-иң терәшеп, шатлыҡтарҙы ла, ҡайғыларҙы ла бергә кисереп килә улар. Үҙ-ара ихтирам һаҡлап, бер-береһенең һүҙенә ҡолаҡ һалып, кәңәшләшеп донъя йөгөн икәүләп тиң тартҡанға,тормоштарының етеш булыуы, эштәренең уң барыуы уларҙың егәрле, эшһөйәр булыуы һөҙөмтәһелер. Юлмөхәмәтовтар ул һәм ҡыҙға ғүмер, матур тәрбиә, белем биреп оло тормош юлына сығарғандар. Улдары Дамир һөнәре буйынса инженер-төҙөүсе. Ғаиләһе менән Выборг ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙҙары Гөлназ ата-әсәһенең юлын һайлаған. Өфө дәүләт медицина университетының дауалау факульетының 4-се курсында белем ала.
“Табип булыу – һөнәр генә түгел, ул йәшәү рәүеше”, – ти Гөлүзә һәм Азамат Юлмөхәмәтовтар. Бөгөнгө көндә Юлмөхәмәтовтарҙың район үҙәк дауаханаһында хеҙмәт итеүҙәренә лә 31 йыл булып киткән. Утыҙ йылдан ашыу кеше һаулығы өсөн хеҙмәт итеү ҙә күп нәмә хаҡында һөйләй. Сирлеләр төрлө була, сәләмәтлеккә бәйле проблемаларҙы хәл итеүҙән тыш, кешене тыңлай белергә, уға ярҙам итергә, ә ҡайһы саҡ айырыуса тәьҫирле пациенттарға кәңәшсе лә булырға тура килә уларға. Кеше эше менән матур. Юлмөхәмәтовтар кеүек һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған, үҙ эшен яратып башҡарған изге күңелле табиптар күберәк булһын.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.