Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
13 Июнь 2023, 13:31

Урмандар яна...

Көндәр һыуытһа ла, урман янғындары һаны кәмемәй.

Урмандар яна...Урмандар яна...
Урмандар яна...

Ял көндәрендә Бөрйән, Күгәрсен, Йылайыр, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында 10 тәбиғәт янғыны сыҡҡан.

Бөтә янғындар ҙа һүндерелгән.

Тораҡ пункттарға хәүеф янамай, ти белгестәр.

Был хаҡта Республика менән идара итеү үҙәгенән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Кәримова "Сәләм" программаһының тура эфир барышында хәбәр итте.

Тулыраҡ мәғлүмәт видеола:https://vk.com/wall-201146046_84473

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә "112" телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас