Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
13 Июнь 2023, 13:40

Мөгәрәптә иҫен юғалтҡан

Бер ир баҙға төшкән дә...

Мөгәрәптә иҫен юғалтҡанМөгәрәптә иҫен юғалтҡан
Мөгәрәптә иҫен юғалтҡан

Кисә Бишбүләк районы Ҡунаҡҡол ауылында бер ир баҙға төшкән дә... иҫен юғалтып ҡолаған. Һуңынан асыҡланыуынса, ул мөгәрәптә йыйылған газға ағыуланған булған. 

1963 йылғы ир дауаханаға оҙатылған.

Баҙға төшөр алдынан, уны мотлаҡ елләтергә кәрәк. Өҫтә һеҙҙе страховкалаған берәү ҡалырға тейеш. Билгә бау бәйләп, бер осон һеҙҙе страховкалаған кешегә ҡалдырығыҙ (кәрәк саҡта уға сигнал бирергә мөмкин).

Яҡынығыҙ йәки күршегеҙ баҙҙа иҫен юғалтһа, иң тәүҙә үҙегеҙҙең хәүефһеҙлекте хәстәрләгеҙ. Ҡотҡарыусыларға баҙҙан бер юлы әллә нисәшәр ағыуланған кешене сығарырға тура килгән осраҡтар булған.

Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас