Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
13 Июнь 2023, 15:56

Бал ҡорттары күпләп ҡырыла

Республика ауылдарының береһендә умартасылар бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуына зарлана, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы

Бал ҡорттары күпләп ҡырылаБал ҡорттары күпләп ҡырыла
Бал ҡорттары күпләп ҡырыла

Стәрлетамаҡ районының Алға ауылында бал ҡорттары күстәре күпләп һәләк булған. Был хаҡта умартасылар үҙҙәре хәбәр итә. Улар социаль селтәргә ошо турала видеояҙма һалған. Ролик авторы әйтеүенсә, үле бал ҡорттарын ул 12 июндә тапҡан. Уларҙың күпләп ҡырылыуының сәбәбе әлегә билдәһеҙ.

«Бал ҡорттары үлеп бөткән. Бер миндә генә түгел, башҡа умартасыларҙа ла шундай уҡ хәл», - ти видео авторы.

Республиканың Россельхознадзор идаралығынан «Башинформ»ға хәбәр итеүҙәренсә, ведомствоға бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы тураһында мөрәжәғәттәр килмәгән. Мәғлүмәт аныҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-13/pchelovody-odnogo-iz-sel-bashkirii-pozhalovalis-na-massovuyu-gibel-pchel-3297752

Автор:Ләйсән Закирова

Фото: башинформ.ру

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-06-13/bash-ortostan-auyldaryny-bere-end-umartasylar-bal-orttaryny-k-pl-p-yrylyuyna-zarlana-3297947

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас