Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
12 Июня 2023, 09:50

Рәсәй -Тыуған илебеҙ, беҙҙең оло Ватаныбыҙ!

Миллионлаған рәсәйлене берләштергән был байрам берҙәмлек һәм бойондороҡһоҙлоҡ символы булып тора. Бөгөн ошо уңайҙан район үҙәгендә йәрминкә һәм "Аҡкүл" паркында байрам концерты, велоуҙыш уҙарылды.

Рәсәй -Тыуған илебеҙ, беҙҙең оло Ватаныбыҙ!Рәсәй -Тыуған илебеҙ, беҙҙең оло Ватаныбыҙ!
Рәсәй -Тыуған илебеҙ, беҙҙең оло Ватаныбыҙ!

Көн болотло булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ Хоҙайбирҙин урамында урынлашҡан сауҙа рәттәре буйлап үтеп, бәпкә-себеш, ағас үҫентеләре, сәскә үрсетмәләре һатып алды. Кемдер һатты, кемдер теләгән әйберен бер урында ғына алыу мөмкинлегенә эйә булды.

Шул уҡ ваҡытта "Аҡкүл" паркында район Мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр артистары байрам концерты күрһәтте. Спортҡа битараф булмағандар, велоуҙышта ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ҡырмыҫҡалы ауылынан йәш спортсы Матвей Тихонов велоуҙышта ярышып, кубок алыуға өлгәште.

 

Шулай уҡ байрам сараһында күптән түгел һөнәри байрамдарын билдәгән социаль хеҙмәткәрҙәр, "Ғаилә" бүлеге, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. 14 июндә байрамдарын үткәрәсәк Матбуғат һәи киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ә йәш ҡырмыҫҡалылар һәм юнармеецтарға паспорттар һәм значоктарға эйә булды.

 

Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас