Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Июнь 2023, 18:07

Тупраҡ та тәрбиә ярата

Минераль ашламаларһыҙ һәм пестицидтарһыҙ ҙа мул уңыш алып була.

Тупраҡ та тәрбиә яратаТупраҡ та тәрбиә ярата
Тупраҡ та тәрбиә ярата

Улар , әлбиттә, ҡулланыу өсөн уңайлы, һыуға һалып иҙәһең дә, йәшелсәгә һибеп сығаһың. Әммә ваҡыт үтеү менән ерҙе был ысул менән туҡландырыу тупраҡты ярлыландыра. Шуға ла тәбиғи ашламаларҙы ҡулланырға кәрәк.

Тиреҫ азотлы ашлама һанала. Әммә унда үҫемлектәр өсөн кәрәкле фосфор, калий, кальций ҙа бар. Янған тиреҫте көҙгөһөн , йәшелсә йыйып алынғас, баҡсаға тараталар. Яҙғыһын быны эшләгәндә аммиак күп булыу сәбәпле , үҫентеләрҙең тамырын яндырыуы ихтимал. 1 квадрат метр ергә бер биҙрә тиреҫ һалына.  Бер нисә йыл ятып, тарҡалып, тупраҡҡа әйләнгән гумуста йәшелсә яҡшы үҫә.

  Көл – алмаштырғыһыҙ тәбиғи ашлама. Унда азоттан башҡа үҫемлек өсөн бөтә файҙалы элементтар ҙа бар. Органикаға яҡшы өҫтәмә . 1 квадрат метр ергә 2 литр һалына.

 Сидераттар  йәшел ашлама һанала. Ерҙе туҡландырыу өсөн арыш, бойҙай,һоло, горчица, рапс, борсаҡ, люцерна, клевер сәсәләр. Иртә яҙҙан орлоҡтарҙы һибәһең дә, һуңынан өс аҙнанан ерҙе кире һөрәһең. Сидераттар тарҡалып, тупраҡты азот менән менән туҡландыра, ҡайһы бер ҡый үләндәрен дә бөтөрә.

 Борсаҡлы культуралар – борсаҡ, соя, нут, чечевица, фасоль азотты һеңдереүсе  бактерияларҙы тота.  Уларҙы йәшелсә араларына сәсеп сығырға була.

 

Фото: 

 

fertilizerdaily.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас