Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
8 Июнь 2023, 09:26

Үҙмәшғүл ата-әсәләр балаларына берҙәм пособие юллай аламы?

Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Социаль фонды белгестәре аңлата.

Үҙмәшғүл ата-әсәләр балаларына берҙәм пособие юллай аламы?Үҙмәшғүл ата-әсәләр балаларына берҙәм пособие юллай аламы?
Үҙмәшғүл ата-әсәләр балаларына берҙәм пособие юллай аламы?

Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Социаль фонды белгестәре аңлата.

Эйе, рәсми рәүештә үҙмәшғүл тип танылған ата-әсәләр дөйөм тәртиптә берҙәм пособие алыуға ғариза бирә ала.

Ниндәй осраҡта пособие тәғәйенләнә?

— Ғаиләнең йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк
— Мөлкәт пособие тәғәйенләүҙең билдәләнгән критерийҙарына тап килә
— Ата-әсәләрҙең рәсми раҫланған эш хаҡы йәки уның булмауының объектив сәбәптәре бар

Әгәр ата-әсә үҙмәшғүл булып китһә, берҙәм пособиеға ҡасан ғариза бирергә мөмкин?

Әгәр иҫәпкә ингән осорҙа ата-әсәнең хеҙмәт килеме булмаһа һәм уның булмауы тураһында дәлилдәр килтерелмәһә, әммә, үҙмәшғүллек күптән түгел генә теркәлеп, аҡса кергәндә чектар формалаштырылһа, тулы бер айҙан һуң берҙәм пособие һорап мөрәжәғәт итергә була.

Иҫәпкә ингән осор - мөрәжәғәт иткән айға тиклемге бер айҙан алдағы 12 ай. Рәсми килемде раҫлау өсөн, үҙмәшғүллектең кәм тигәндә бер айы иҫәп осорона инергә тейеш.

Был үҙмәшғүллектән алған килем суммаһына тәүге чекты формалаштырған ай менән мөрәжәғәт иткән ай араһында тағы тулы бер ай үтергә тейеш тигәнде аңлата. Мәҫәлән: үҙмәшғүллектән килгән килем июнь айында сағылыш тапҡан, ти. Берҙәм пособиеға ғаризаны июлдә бирергә мөмкин. Үҙмәшғүллек августан башланһа, пособиеға ғаризаны октябрҙә бирегеҙ.

Берҙәм пособие тураһындағы һорауҙарға яуаптар ошонда: https://t.me/deti_posobie_BashBot

Социаль фондтың клиент хеҙмәттәренең адрестары һәм бәйләнеш телефондары буйынса мәғлүмәт: https://vk.cc/cleqKt

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас