Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Июнь 2023, 09:36

Хәрби комиссариатҡа килмәһәң...

Повестка алған, әммә хәрби комиссариатҡа килмәгән граждандар автомобиль йөрөтөү таныҡлығы ала алмаясаҡ.

Хәрби комиссариатҡа килмәһәң...Хәрби комиссариатҡа килмәһәң...
Хәрби комиссариатҡа килмәһәң...

Повестка алған, әммә хәрби комиссариатҡа килмәгән граждандар автомобиль йөрөтөү таныҡлығы ала алмаясаҡ.

 Бындай талаптарҙы билдәләгән бойроҡ проектын РФ Эске эштәр министрлығы әҙерләгән. Ул норматив актттар проекттары порталында йәмәғәтселеккә фекер алышыу өсөн тәҡдим ителгән.

Бындай сикләүҙәр повестка буйынса хәрби комиссариатҡа килмәгән граждандарға ғына түгел, ә хәрби иҫәпкә алынырға тейеш булған, әммә иҫәпкә тормаған граждандарға ла ҡағыла. Улар был бурысын үтәгәндән һуң ғына машина йөрөтөү таныҡлығы аласаҡ.

Тимәк, повестка буйынса килмәүсе үҙ бурысын үтәгәнсе, автомобилен иҫәпкә ҡуя ла, иҫәптән сығара ла алмаясаҡ.

 

Фото: rbc.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас