Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Июнь 2023, 17:46

"Битва экстрасенсов" тың күрәҙәселәре Буғанаҡта

Төрлө тарафтан йыйылған көслө күрәҙәселәр Белорет районының Буғанаҡ ауылында нимә эҙләгән?

"Битва экстрасенсов" тың күрәҙәселәре Буғанаҡта"Битва экстрасенсов" тың күрәҙәселәре Буғанаҡта
"Битва экстрасенсов" тың күрәҙәселәре Буғанаҡта

Был хаҡта урындағы халыҡ хәбәр итә һәм  фотоһүрәттәр менән уртаҡлаша. Популяр шоуҙы төшөрөү  улар төнгә тиклем дауам иткән. Ауыл халҡының  ҡайһы берҙәре  ТНТ телепроектында ҡатнашыусылар менән шәхсән фотоға ла төшкән.

           "Кисә шоу төшөргән урынға барҙым. Был процесты күҙәтеү ҡыҙыҡ булды. Барыһы ла телевизорҙан күрһәтелгәндән айырыла икән, миңә оҡшаны! Тапшырыуҙы төнгә тиклем төшөрҙөләр. Александр Шепсҡа фотолар өсөн рәхмәт!" – тип яҙа бер ҡатын.

 

Әлегә Буғанаҡтағы экстрасенстарҙың ниндәй тарихты тикшереүҙәре асыҡланмаған. Был ауыл үҙенең ҡайғылы тарихы менән билдәле: 2017 йылда бында туғыҙ йәшлек Яна Перчаткинаның кәүҙәһе ерләнә, ул шәхси йорттоң подвалында табылғанға тиклем хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Ҡыҙҙы бер ир үлтереүе асыҡлана, һуңынан енәйәтсе үҙе лә вафат була.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас