Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Июнь 2023, 11:18

Ырым-юрауҙарға ышанырғамы?

Берәй әйберегеҙҙе юғалтһағыҙ, ҡайғыраһығыҙмы? Юҡҡа! 

Ырым-юрауҙарға ышанырғамы?Ырым-юрауҙарға ышанырғамы?
Ырым-юрауҙарға ышанырғамы?

Берәй әйберегеҙҙе юғалтһағыҙ, ҡайғыраһығыҙмы? Юҡҡа! Белгестәр ҡайһы бер әйберҙе юғалтыуҙы яҡшыға юрай. Мәҫәлән, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ бер алҡаһынан ҡолаҡ ҡаҡһа, тимәк, туй көттөрмәйәсәк, тиҙҙән ул кейәүгә сығырға тәҡдим аласаҡ. Шуға күрә юғалған алҡа өсөн борсолоп тормаҫҡа, ә юғалмағанын кейәүгә сыҡҡансы кешегә күрһәтмәйсә йәшереп ҡуйырға кәрәк.

Бер бейәләй йә иһә бирсәткә юғалтыу ҙа яңғыҙ кешенең тиҙҙән үҙ парын табасағына ишара икән. Ә икеһен дә юғалтыу тағы ла һөйөнөслөрәк – көтөлмәгән бүләк, хеҙмәт баҫҡысында күтәрелеү йә иһә күптән күрешмәгән яҡындарығыҙ менән осрашыу көтә.

Аҡһыл, асыҡ төҫтәге шарфығыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡһағыҙ, күңелле сәйәхәткә әҙер булығыҙ. Ләкин ул шарфтың төҫө ҡараңғыраҡ булһа, киреһенсә,  һағайырға кәрәк, һөйгәнегеҙ менән айырылышыу ихтимал.

Епһеҙ энә юғалтһағыҙ ҙа борсолмағыҙ. Ул күптән көтөлгән осрашыу вәғәҙә итә!

Әлбиттә, асҡыс юғалтһаҡ, ҡайғырырға тотонабыҙ. Ә белгестәр был хәлде яҡшыға юрай – тормоштағы яҡшы үҙгәрештәр бик яҡында икән! Ә фатирһыҙ йәш пар асҡыс юғалтһа, тиҙҙән фатирлы буласаҡ, тип тә ышандыралар...

Фото: Instagram›skuratova_ninel

Автор:
Автор:
Читайте нас