Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Июнь 2023, 04:43

Ямғыр беҙгә лә килде тип ҡыуанғайныҡ...

Кисә төш мәлендә күк йөҙөн ҡап-ҡара болоттар ҡаплап алғас, ниһайәт...

Ямғыр беҙгә лә килде тип ҡыуанғайныҡ...Ямғыр беҙгә лә килде тип ҡыуанғайныҡ...
Ямғыр беҙгә лә килде тип ҡыуанғайныҡ...

Кисә төш мәлендә күк йөҙөн ҡап-ҡара болоттар ҡаплап алғас, ниһайәт...

“Төш мәлендә күк йөҙөн ҡап-ҡара болоттар ҡаплап алғас, ниһайәт, ямғыр беҙҙә лә яуырға булды, тип шатланғайныҡ.  Көслө күк күкрәп, ялағай уйнап, ҡапыл башланып китте ул. Иң тәүҙә эре борсаҡ яуҙы, шунан һуң бер аҙ көслө ямғыр булды.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә лә ишек алдын һыу баҫты. Әлегә баҡсалағы үҫентеләрҙең хәлен сығып күргән юҡ: борсаҡ бәреп бөтөрҙөмө икән, бирешмәнеләрме. Нисек булһа ла, ямғырҙың яуыуы яҡшы булып ҡалды, донъялар сафланып, тирә-яҡ йәшелләнеп ҡалды, саң баҫылды”, тип хәбәр итә беҙгә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан Әминә Ишморатова.

Фото: Әминә Ишморатова.

Автор:Аклима Гизатуллина

https://bashgazet.ru/news/novosti/2023-06-06/yam-yr-be-g-l-kilde-tip-yuan-ayny-3289953

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас