Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
6 Июнь 2023, 10:03

Республикала һыу инеү миҙгеленә 148 пляж асыла

Башҡортостанда быйыл һыу инеү миҙгеленә 148 пляж асыла, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәте ултырышында.

Республикала һыу инеү миҙгеленә 148 пляж асылаРеспубликала һыу инеү миҙгеленә 148 пляж асыла
Республикала һыу инеү миҙгеленә 148 пляж асыла

Белгестәр фаразлауынса, йәйҙең эҫе булыуы көтөлә, тимәк, республика йылғаларында һәм күлдәрендә ял итеүселәр ҙә арта. Шуға күрә һыу буйҙарында фажиғәләрҙе булдырмау мөһим.

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, былтыр республика асыҡ пляждар һаны буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урындарҙы биләне.

«Быйыл 60 муниципаль берәмек биләмәһендә 148 пляж, шул иҫәптән былтыр асылған 123 пляж һәм 25 өҫтәмә пляж асыу күҙаллана. 2022 йылда 55 муниципаль берәмектә махсус йыһазландырылған 126 пляж эшләне», — тип хәбәр итте Назаров һәм муниципалитеттарға һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса саралар күрергә ҡушты.

Пляжда үҙеңде тотоуҙың биш төп ҡағиҙәһен «Башинформ» материалынан белергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-06/k-kupalnomu-sezonu-2023-v-bashkirii-otkroyut-148-plyazhey-3289508

Автор:Галина Бахшиева
Автор:
Читайте нас