Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
5 Июнь 2023, 11:54

Республикала көндәр һалҡынайта — Башгидрометүҙәк

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, календарь йәйҙең башында эҫе булғандан һуң республикала көндәр һалҡынайта.

Республикала көндәр һалҡынайта — БашгидрометүҙәкРеспубликала көндәр һалҡынайта — Башгидрометүҙәк
Республикала көндәр һалҡынайта — Башгидрометүҙәк

«Төньяҡ һауа массаларының үтеп инеүенә бәйле һауа температураһы төндә +10, +15°-тан +5, +10° тиклем, ә көндөҙ +17, +22°-ҡаса төшә башлай. Был аҙнала уртаса һауа температураһының норманан 1-2° түбән булыуы көтөлә», — тип хәбәр итте синоптиктар.

6 июндә көндөҙ һәм 7 июндә төндә республиканың күпселек райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал, 6 июндә урыны менән боҙ-борсаҡ, көслө ел көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-05/posle-zharkogo-nachala-kalendarnogo-leta-v-respublike-poholodaet-bashgidromettsentr-3288550

Автор:Дарья Субботина
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас