+24 °С
Ямғыр


3 июндә буласаҡ ярышта йыйылма һәм ғаилә командалары (бер ир, бер ҡатын) ҡатнаша ала. Бесән сабыу оҫталығын һынау эстафета формаһында үтә.
Был ярыштан тыш, фестивалдә "Шифалы үлән", "Land-art - объект" (бесән-һаламдан һындар яһау), «Урман ашы» кеүек саралар ҙа күҙаллана. Уйын-көлкө, йыр-бейеүһеҙ кем бесән сапһын - улары ла буласаҡ.
Ойоштороусылар - БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Республика халыҡ ижады үҙәге, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.