Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Май 2023, 10:24

Кәбеҫтә япраҡтарын ашаған бөжәктән нисек ҡотолорға?

Ер бөрсәһе кәбеҫтә, редис, шалҡан япраҡтарын ашап, тишеп бөтөрә. Ике көн эсендә йәшелсәне юҡҡа сығара.      

Әүернә сәскәлеләренә зыян килтергән ер бөрсәһе тиҙ тарала. Кәбеҫтә, редис, шалҡанды йәһәт ашап бөтөрә. Тәбиғәттә был бөрсәләр гәрсис, көтөүсе муҡсайы һәм башҡа үләндәр менән туҡлана. Улар иртә яҙҙан, һауа температураһы 15 градустан ашҡанда уяна ла, әүҙем рәүештә үрсей башлай, йомортҡа һала. Үҙҙәре йомшаҡ һәм йәш япраҡтарҙы яратып ашай, ә ҡаршлауыҡтары йәш тамырҙар менән туҡлана. Бөрсәләр күп булһа, бер ике көндән үҫемлекте ҡорота.
Нисек көрәшергә һуң? Тәү сиратта түтәл гел генә дымлы булырға тейеш. Улар дымды яратмай. Икенсе ысул – япраҡтарға көл менән тәмәке оно һибеү. Улар бысраҡ япраҡтарҙы яратмай. Көлдө эҫе һыу менән бешереп, ошо һыуға йәшел һабын ҡушып һиптереүҙе лә үҙ итмәйҙәр. Әрем һәм помидор япраҡтарын да бешереп һибеү ярҙам итер. Әгәр ҙә был ысулдар ярҙам итмәһә, дарыуҙар ҡулланыу шарт. Карбофос, “Актара”, “Децис”, “Арриво”, “Шерпа” ярҙам итәсәк.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: