Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Май 2023, 10:11

Һалдаттарға бер баҫыу картуф үҫтергән ҡыҙҙың исеме нисек?

Көйөргәҙе районының Михайловка ауылында йәшәгән тракторсы ҡыҙ күптәрҙе һоҡландырҙы.

Һалдаттарға бер баҫыу картуф үҫтергән ҡыҙҙың исеме нисек?
Һалдаттарға бер баҫыу картуф үҫтергән ҡыҙҙың исеме нисек?

Көйөргәҙе районының Михайловка ауылында йәшәгән тракторсы ҡыҙ күптәрҙе һоҡландырҙы.

Көйөргәҙе районының Михайловка ауылынан 26 йәшлек Анастасия Константинова илдәге ваҡиғаларға битараф ҡалмай. Ошо көндәрҙә ул ауылдаштарының ярҙамы менән 25 сутый ергә картуф сәскән. 

Ҡыҙ трактор йөрөтә һәм үҙе уны йүнәтә.

«Беҙҙең ауылдан егеттәр күп китте, шуға күрә уларға ярҙам итергә теләйем. Күптәр минең трактор йөрөтөүемә ғәжәпләнә. Ҡалаға эшкә барғым килмәне. Атайым ярҙам һорағас, ҡурҡһам да, тракторҙа йөрөргә өйрәнергә булдым. Тәүге осорҙа ҡурҡыныс тойолдо, трактор тәү ҡарашҡа ҙур, килбәтһеҙ кеүек. Тиҙ арала үҙем йөрөтөргә өйрәндем, Күмертау янына барып, 4 ай уҡып та ҡайттым. Ир-егеттәр барыһы ла аптырай, был һиңә ниңә кәрәк, тиҙәр. Ә минең тракторға күңелем ятты, – ти Анастасия.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: