Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
26 Май 2023, 15:06

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Ашар алдынан 15 минут алда 1-2 стакан йылы һыу эсергә...

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Ашар алдынан 15 минут алда 1-2 стакан йылы һыу эсергә. Һөтлө, шәкәрле ҡуйы сәйгә ҡарағанда шәкәрһеҙ йәшел сәй күпкә файҙалыраҡ. 🍊Бәлеш, билмән кеүек ауыр ҡамырлы ризыҡтарҙы көндөҙгө 12-гә тиклем ашап ҡуйығыҙ.
🍉Итте ҡамырға төрөп тә, картуфҡа ҡушып та ашамайҙар. Иткә гарнир — тик йәшелсә генә.
🍒 Колбаса һәм майонездан ғүмерлеккә баш тартығыҙ.
 🍋Йыш ашағыҙ (көнөнә 4-5 тапҡыр), әмма бәләкәй порциялар менән.
🍌Йоҡлар алдынан ашамайҙар.
🍐Организм торошона ҡарап, аҙнаһына бер көн тик эремсек (творог) ашап, йәшел сәй генә эсеп, таҙарынып алырға кәңәш ителә.
🍓Көндөҙ ятырға тырышмағыҙ. Һәр ваҡыт хәрәкәттә булығыҙ. Ял итеү ваҡыты — төн.
🍉 Ашаған ваҡытта сәй ҙә, һыу ҙа эсмәҫкә. 40 минуттан һуң йәшел сәй эсергә мөмкин.
🍑Йоҡонан торғас та бер аш ҡалағы етен майы эсеү файҙалы.
🍇Иртәнге аш туҡлыҡлы булырға тейеш.
🍋Ҡамыр аштарын йәшелсә, еләк-емеш менән алыштырырға.
🍌Иртәле-кисле физик күнекмәләр яһағыҙ.
💪ҺАУ-СӘЛӘМӘТ БУЛЫҒЫҘ 🏃

https://vk.com/bashkortvk?w=wall-33711741_48441

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: