Лицензияларҙың берҙәм реестрында кардиология буйынса медицина хеҙмәте күрһәтеүсе 357 учреждение теркәлгән. Билдәле булыуынса, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре өлкәндәр араһындағы үлем осраҡтарының төп сәбәбе иҫәпләнә.
Башҡортостан Рәсәйҙә йөрәк трансплантологияһы йүнәлешендә эшләгән алдынғы биш төбәк исемлегендә. Былтыр ноябрь айында республиканың һәм илдең танылған, һәләтле табиптарының был тармаҡты артабан үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында өсөнсө Евразия конгресына тап Өфөгә йыйылыуы юҡҡа булманы. Әлбиттә, төбәктә өр-яңы эште икеләнеүҙәр аша ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек менән башлаған, трансплантологияла тәүге аҙымдарын яһаған белгестәрҙең эш тәжрибәһе менән танышыу киләсәккә яҡты өмөттәр уята. 2013 йылда һаулыҡ һаҡлауҙың кардиология өлкәһендә үткәрелгән тәүге операция ысын мәғәнәһендә көтөлмәгән өр-яңы әһәмиәтле ваҡиға булды. Республика кардиология үҙәге кардиохирургы Андрей Коляскин был турала түбәндәгеләрҙе белдерҙе: ”Беҙ был операцияға оҙаҡ, ентекле әҙерләндек, ҙур теләк менән еңеүгә ынтылдыҡ. Шул ысул менән йәшәү ҡеүәте ҡалмаған кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡарабыҙ. Тәүге ике әмәлиәт Мәскәүҙәге хеҙмәттәштәребеҙ ҡатнашлығында үткәрелде. Ҡалған 37-һе үҙебеҙҙең табиптар бригадаһы ярҙамында башҡарылды”.
Илдә бөтә үлем осраҡтарының ҙур өлөшө тап йөрәк ҡан-тамырҙары ауырыуҙарына тура килә. Граждандарҙың уртаса ғүмер оҙайлығын арттырыу, сәләмәтлеген, йәшәү сифатын яҡшыртыуҙы күҙ уңында тотҡан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты мөһим тармаҡты камиллаштырыуҙа, яңы технологиялар менән ҡоралландырыуҙа тағы ла бер этәргес булыр тип көтөлә.
"Хәҙерге ваҡытта йөрәкте күсереп ултыртыу йөрәк етешмәүсәнлегенең һуңғы стадияһына килеп еткән ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуҙың “алтын стандарты” булып тора. Дарыуҙар менән дауалау һөҙөмтә бирмәгәндә, ә хирургия ярҙамының башҡа ысулдары тәьҫирһеҙ булғанда, тап ошо әмәлиәт кешенең ғүмерен ҡотҡара ала. Һөҙөмтә төрлө факторҙарға бәйле. Әммә барыһынан да элек бригада ағзаларының берҙәм, аңлашып эшләүенән күп нәмә тора", – ти Республика кардиология үҙәгенең анестезиолог-реаниматологы Наталия Дударева.
Йөрәкте күсереп ултыртыу операцияһы бынан ун йыл элек 52 йәшлек иргә яһалған. Әмәлиәт биш сәғәткә һуҙылған һәм өҙлөгөүҙәрһеҙ үткән. Донор йөрәгенең пациенттыҡына ҡарағанда ун йәшкә йәшерәк булыуы билдәле. Тағы бер миҫал. Ирек Ҡәриповҡа табиптар 2015 йылда хәүефле диагноз ҡуя. “Һеҙгә ярты йыл йәшәргә ҡалған” тигән һүҙҙәрҙе башҡаларға ишетергә яҙмаһын, – ти ул. – Хәҙер минең өсөн бөтөнләй икенсе, бик ҡәҙерле тормош башланды”. Яҡты донъя менән хушлашырға йыйынған пациентҡа бер нисә айҙан кардиология үҙәгенән “һеҙгә трансплантология эшләргә бар яҡтан да тап килгән йөрәк бар” тип шылтыраталар, йәшәүгә өмөт уяталар. Пациент хәҙер инсульт кисергәндән һуң ғүмере өҙөлгән йәш ирҙең йөрәген йөрөтә.
Табиптарҙың әйтеүенсә, йөрәкте күсереп ултыртыуға мохтаж ауырыуҙар күп. Республикала ошо мөһим йүнәлеште үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырылған, тәжрибәле кадрҙар бар, үҙәктең матди-техник базаһы ныҡ, донорлыҡ мәғлүмәттәре регистры төҙөлгән. Рәсәй белгестәре күҙлегенән ҡарағанда, Башҡортостан - инновациялар индерелгән, әүҙем, ижади кешеләр эшләгән, яңы проекттар тормошҡа ашырылған даими үҫешеүсе төбәк. Белгестәр коронавирус инфекцияһының йөрәк-ҡан тамырҙарына емерткес тәьҫире тураһында ла фекер алышып тора. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе Сергей Бойцов әйтеүенсә, коронавирус инфекцияһы - бик ауыр сир, ул йөрәк сирҙәрен киҫкенләштерҙе, миокард инфаркты, инсульт һәм тромбоз кеүек хәүефле ауырыуҙарға килтерҙе. Кардиологтар алдында бурыс бер: “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикала был хәүефле сирҙәрҙе иҫкәртеү, үлем осраҡтарын кәметеү, яңы дауалау ысулдарын ҡыйыу үҙләштереү. Кардиология үҙәгенең яңы корпусы төҙөлөүе, заманса ҡорамалдар алыныуы һәм төплө кадрҙар менән даими тулыланыуы ауырыуҙарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға, йәшәүгә өмөт тыуҙыра.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.