Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Май 2023, 09:50

УЗИ һөҙөмтәһе мине шаңҡытты, ти Рөстәм Нәбиев

Ул, ауыртыныуға түҙмәйенсә, тикшерелергә барғас...

УЗИ һөҙөмтәһе мине шаңҡытты, ти Рөстәм Нәбиев
УЗИ һөҙөмтәһе мине шаңҡытты, ти Рөстәм Нәбиев

"Өс көн элек бауырым эргәһе ныҡ ауыртып, хәлемде алды. Ҡабырғаға бәрә. Ҡабырға-ара невралгиямы икән, тип аптырайым. УЗИ-ға барҙым. Һөҙөмтә мине шаңҡытты..." - тип хәбәр итте блогер Рөстәм Нәбиев.

УЗИ белгесе әйтеүенсә, баҡһаң, пациентының ҡабырғаһы һынған. Ауыртыныу - тап шунан, ти ул.

Рөстәм Нәбиев ағымдағы йылды сәләмәтлеген яҡшыртыуға арнаясағын белдерҙе.

Фото Р. Нәбиевтең видеояҙмаһынан скриншот.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в