Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Май 2023, 08:54

Май айында өсәр тапҡыр кесерткән, балтырған һәм тауыҡ һурпаһы ашарға кәрәк

Ә һеҙ ошо хаҡта ишеткәнегеҙ бармы? Әңкәйем май айында өсәр тапҡыр балтырған, кесерткән, тауыҡ һурпаһы ашарға кәрәк, файҙаһы бик ҙур була тип, беҙҙе гел һыйлай торғайны. 

Май айында өсәр тапҡыр кесерткән, балтырған һәм тауыҡ һурпаһы ашарға кәрәк
Май айында өсәр тапҡыр кесерткән, балтырған һәм тауыҡ һурпаһы ашарға кәрәк

Бәләкәй саҡтан уҡ, ошо аштарҙы яратып ашап үҫтек. Әтәйем мәрхүм, бигерәк тә, йәшел аштарҙы яратып, маҡтап-маҡтап ашай ине. Мин дә кесерткәндән, балтырғандан аштар бешерҙем, тик балалар әллә өйрәнмәгәнгә күрә, бик иҫтәре китеп ашаманы.

Ә бит боронғолар яҙға аяҡ баҫыу менән тик витаминлы саҡтарын һайлап алып ҡына аштар бешергән. Шуға ла ныҡлы булғандар, төрлө ауырыуҙарға бирешеп бармағандар. Ҡаҡы, йыуа, ҡуҙғалаҡ, кәзә һаҡалы үҙҙәре генә нимә тора?! Ҡаҡыны беҙ бәләкәй саҡта ҡосаҡ-ҡосаҡ йыя инек. Иң йыуандарын - әтәйемә, уртасаларын-әңкәйемә, эштән ҡайтҡас ашарға ҡалдыра инек. Ваҡтарын үҙебеҙ ашай торғайныҡ. Их, шул замандар бигерәк тә һағындыра шул. Ҡуҙғалаҡтан, йыуанан бешергән пирожкиҙарҙы, пирогтарҙы әле лә яратам. Үҙе бер аҙыҡ бит инде улар.
Кемдәр тағы май айында йәшел үләндәр ҡатмаҫ борон ошо аштарҙы ашап ҡалды? Әйҙәгеҙ, уртаҡлашайыҡ.
 
Гөлсәсәк Аласова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: