Бөтә яңылыҡтар

Көмөш һырғалы килен

Зөһрәнең ҡолағында йымылдаған көмөш һырғаларға, сәскәле ситсаға ҡарап, ике ҡайынбикәһенең, ҡәйнәһенең күҙҙәре атылып сыға яҙҙы.– Нисек инде?– Бер хәйерсе балаһын әллә кем итеп, бүләк алып ҡайтҡанмы?Вәлиулланың ишектән сығып киткәнен көтөп кенә торған апалары Зөһрәнең ике ҡолағынан да һырғаларын шартлатып тартып алды...    

Көмөш һырғалы килен
Көмөш һырғалы килен

Ҡышҡы иртә. Тышта буран ҡотора. Ел, өй бүрәнәһенә зыулап килеп бәрелә лә, тәҙрә ҡапҡастарын, асырға иткәндәй, дыу килтереп туҡылдата. Әйтерһең, берәй аҙашҡан юлсы, яҡтылыҡ күреп, йылы эҙләп килгән.

Шул тауышҡа тәмле йоҡоһонан уянып, Зилә тирә-яғына ҡарай. Әсәһе Зөһрә апай аш-һыу бүлмәһендә ниҙер бешерә. Моғайын, ҡоймаҡтыр – еҫе бөтә өйгә таралған. Ике ағаһының, Зөмәрә апаһының шым ғына һөйләшкәндәре ишетелә. Иртәнге сәйҙе эсеп, мәктәпкә йыйыныуҙары. Бына бер-ике тапҡыр ишек асып ябылды.
– Әсәй, беҙ мәктәпкә киттек, – тигәндәре ишетелде.
– Ярай, балаҡайҙарым, һәйбәт йөрөп, “бишле”ләр генә алып ҡайтығыҙ! – Быныһы Зөһрә апайҙың тауышы.
– Әсәй! Әсәкәйем! – тип өндәште Зилә.
– Уяндыңмы ни, бәләкәсем, матурым? Ниңә тағы әҙерәк йоҡламаның? Ағайҙарың, апайҙарың саҡ мәктәпкә китте. Әҙерәк ятып торалар уны, ҡыҙым, мәктәпкә уҡырға төшкәс, иркәләнеп ята алмаҫһың, һиңә бит киләһе йыл беренсе класҡа, – тип кинйәкәйе эргәһенә килде әсәһе.
Зилә бер үҙе ҡалғанда бигерәк тә наҙланып, иркәләнеп алырға ярата. Әле лә, әсәһенең карауат ситенә килеп ултырғанын көтөп кенә торғандай, һикереп баҫып, уны муйынынан ҡосаҡлап алды. Зөһрә апай, сабыр ғына йылмайып, кинйәкәйен күкрәгенә ҡыҫты.
Ҡыҙыҡай әсәһенең яулығын һалдырып, ҡалын, оҙон толомдары менән уйнарға ярата. Бөгөн дә шулай итте.
– Әсәй, ҡолаҡтарыңды ғына тотоп ҡарайым әле, ауыртмаймы икән?
– Ауыртмай, балам!
Ҡыҙ, әсәһенең башын бер уңға, бер һулға борғолап, ҡолаҡ япраҡтарын тотоп ҡарай. Ундай ҡолаҡтар бер кемдә лә юҡ, сөнки әсәһенең ике яғында ла ине бар.
Эйе, инле ҡолаҡ әсәһендә генә. Ана, күршелә йәшәгән Зәйтүнә еңгәһенең ҡолағында матур һырғаһы йылтырай, ул ҡайһы саҡта алмаштырып, икенселәрен дә таға. Ә Зиләнең әсәһе һырға таға алмай – уның ҡолағының икеһе лә йырыҡ. Һарыҡ йә кәзә бәрәсләһә, бәләкәй сағында уҡ, юғалмаһындар өсөн, тип, уларға ин һалып ҡуялар. Ә әсәһенә инде кем яһаған? Зиләнең был турала күп тапҡыр һорағаны бар, ә әсәһе йылмайып ҡына:
– Мине, бәрәс кеүек олаҡмаһын тип, билдә ҡуйғандар. Шуға юғалмайым, атайыңдың да күңеле тыныс, мине ин буйынса таба ала, – тип мәрәкәләй.
Зөһрә балаҡайының бәләкәй генә йөрәгенә шом, хәүеф, үпкә һалмаҫ өсөн уйнап ҡына яуап бирһә лә, был ваҡиғаның йөрәгенә ниндәй тәрән бураҙна һалып үткәнен яҡшы хәтерләй.
...Атаһы һуғышта башын һалғас (әсәһе йәшләй генә, ул иҫ белә башлағансы уҡ мәрхүм булып ҡалған), йыраҡ туғандарында аҫрау ҡыҙ булып йәшәне Зөһрә. Мәктәпте тамамлағас, һөнәрселек училищеһының ашнаҡсылар әҙерләү бүлегенә уҡырға барҙы. Аҙаҡҡы курста уларҙы көҙгө уңыш йыйыуҙа ҡатнашыусыларға, ырҙын табағында эшләүселәргә ашарға бешереү өсөн колхозға ебәрҙеләр. Комбайнсы Вәлиуллаға тәүге көн күргәндә үк иғтибар итте ҡыҙ, егет тә ҡаштары ҡыйылып киткән, сөм-ҡара күҙле Зөһрәнән ҡарашын алманы.
Ошо күрешеү бер аҙҙан ҙур мөхәббәткә әүерелде, өйләнешеүгә сәбәп булды. Икенсе йылына ҡыҙыҡай, диплом алғас, көҙгө байлыҡта оло ғаиләгә килен булып төштө. Ҡәйнә йортонда ул саҡта Вәлиулланың кейәүгә сыҡмаған ике апаһы, мәктәптә уҡыған ҡустыһы, атаһы менән әсәһе бергә йәшәйҙәр ине.
Зөһрә үҙенең шул йыбытҡы, илаҡ мәлдәрен иҫкә төшөрөргә яратмай. Яҡлар кешеһе, ҡайтып китер өйө булмағас, йәш килен бик ҙур ауырлыҡ менән йәшәп алып китте яңы туғандары араһында. Вәлиулла совхоз эшенән бушамай, йәйен-ҡышын эштә, ә ҡайтыуына ашарға бешкән, өй йылы, балалар ҡараулы. Зөһрә бит үҙенең интегеүҙәре, ҡыйырһытылыуҙары тураһында бер ҡасан да иренә һөйләмәне...
Вәлиулланың бер туған ҡустыһын бөтә туған-тыумаса Кинйә тип кенә йөрөттө. Хатта ҡайһы берәүҙәр уның ысын исеме Кәлимулла икәнен дә онотҡан. Ошо ҡара сорнай ҡәйнеше Зөһрәне этләтте, кейәүгә сыға алмай ҡарт ҡыҙ булып барған апалары ыңғайына ҡыйырһытты, кәмһетте. Зөһрәнең гел өндәшмәй ҡалыуы, иренә ошаҡламауы айырыуса ҡыйыуландырҙы уларҙы.
Ата-әсәһенең иркә, үҙ һүҙле, үгеҙ күҙле малайы тәнәфес ваҡытында, мәктәп баҡса артында ғына булғанлыҡтан, ашарға ҡайтып йөрөй. Әсәһе Кинйәне шулай өйрәткән: йүгереп ҡайтыуына өҫтәлдә бер сынаяҡ һөт, өҫтөнә ҡаймаҡ яғылған бер телем икмәк торорға тейеш.
Зөһрәнең килен булып килеүенә саҡ бер йыл тулып, тәүге сабыйын ҡулға алған мәле ине. Бер көндө ҡәйнеше йүгереп ҡайтып инде лә:
– Килен, икмәк менән һөт ҡайҙа?! – тип ҡысҡырып ебәрҙе, өҫтәл буш икәнде күргәс (өйҙәгеләр ыңғайына ул да еңгәһен шулай атай ине). Яуапты ла көтмәй, шаршау артында бала имеҙеп ултырған еңгәһенә ишек төбөндә торған ҡомғанды алып бәрҙе хатта. Зөһрә балаһын саҡ-саҡ ҡаплап өлгөрҙө.
Әмәлгә ҡалғандай, шул мәлдә генә Вәлиулла эштән, тракторы ватылып, иртәрәк ҡайтып инде. Сарылдап илаған бала тауышын, кәләшенең еүешләнгән күлдәген, һыҙырылған, ҡанһырап торған беләген күреп, эштең нимәлә икәнен шунда уҡ аңлап алды. Ҡустыһын, елкәһенән генә тотоп, тышҡа алып сыҡты ла, ишек алдындағы түмәргә башын һалып, балтаһын баш осонда уйнатып:
– Еңгәңә ҡул күтәреү түгел, тағы бер ҡырын ҡараһаң да, башыңды сабып өҙәм! – тип ҡурҡытып, өнөн алды. Шул көндән Кинйә, ағаһынан шыртлап, башҡаса Зөһрәгә ҡул күтәрмәне. Ләкин ғаилә ағзаларының уны мыҫҡыл итеүе, теләһә ни һөйләп, һәр эшенән, аҙымынан ғәйеп табырға тырышыуы туҡтаманы.
Етем, яҡлар кешеһе юҡ, тип, көсө еткәнгә көсөктәй булып, ҡыйырһытҡандарҙыр инде, ә Зөһрә: “Килендәрҙең бөтәһе лә шулай йәшәйҙер”, – тип үҙен тынысландырырға күнекте.
Тибелеп, этелеп, төртөлөп, башҡа сығыуҙарын түҙемһеҙлек менән көттө ул. Ауыл ялан яҡтарында урынлашҡанға күрә ағас табып, өй бураһы эшләү бик оҙаҡҡа һуҙылды. Башҡа сығаһы өй ҡәйнә йортона күрше итеп күтәрелде, әле башы ябылмаған. Өй тигән һүҙ ике хәрефтән генә торһа ла, уны эшләй-эшләй күҙең тона. Умарта күсе кеүек геүләп торған ошо төп йортта инде ике улы тыуҙы, улары ла өйҙәгеләр ыңғайына әсәләренә “килен” ти ҙә ҡуя. “Әсәй”, – тип өйрәтеп тораһың, ә былар барыбер, бер-ике тапҡыр әйтә лә, үҙҙәренсә тәтелдәй башлай:
– Килен, сәй бир!
– Килен! Икмәк бир!
– Килен! Йоҡом килә!
Эй, эсе боша торғайны Зөһрәнең. Исмаһам, башҡа сыҡһалар, балаларына үҙенсә тәрбиә бирер ине... Хәҙер йөрәк аҫтында өсөнсө бәпәйе, үҙенең барлығын белдереп, тибеп-тибеп ала, шул саҡта ҡатын быныһының да теле “килен” тип асылып ҡуйыуҙан ҡурҡып ҡуя.
Ғаилә ҙур. Көн дә ҡул тирмәне менән бойҙай тартып, икмәк һалып, таң һарыһынан ҡара төнгәсә сәсе менән ер һеперерлек итеп эшләп тә ярай алмай өйҙәгеләргә. Ҡолағындағы ин менән бәйле ваҡиға шул арала булды. Бәхеткә күрә, тиһәң, һантый икән был, тиеүселәр табылыр, бәхетһеҙлек тиер инең, нәҡ ошо көндән башҡа сығыу мәсьәләһе хәл ителде бит.
...Вәлиулланы үҙҙәренең совхозында урып-йыйыу эштәре тамамланғас та күрше колхозға ярҙамға иген урырға ебәргәйнеләр. Һәйбәт эшләгәне өсөн аҡсаһын арыу уҡ биргәстәр, магазиндан ҡатынына күлдәклек ситса менән ҡолаҡтарына көмөш һырға һатып алды ул. Ҡалған аҡсаһы таҡта сәйгә, ҡарлуғаслы шоколадҡа, малайҙары өсөн тупҡа ла етте. Ҡайтыу менән бүләктәрен өләште Вәлиулла. Зөһрәнең ҡолағында йымылдаған көмөш һырғаларға, сәскәле ситсаға ҡарап, ике ҡайынбикәһенең, ҡәйнәһенең күҙҙәре атылып сыға яҙҙы.
– Нисек инде?
– Бер хәйерсе балаһын әллә кем итеп, бүләк алып ҡайтҡанмы?
Вәлиулланың ишектән сығып киткәнен көтөп кенә торған апалары Зөһрәнең ике ҡолағынан да һырғаларын шартлатып тартып алды... Һырғалар менән бергә... ҡолаҡтар ҙа йырылып ҡалды.
Улдары ҡурҡып ҡысҡырған, илашҡан тауышҡа йүгереп ингән Вәлиулла саҡ артына ҡолап китмәне: Зөһрәнең өҫтө ҡып-ҡыҙыл, хатта икенән үрелгән сәстәре осонан да ҡан тамып тора...
Шул килеш ике балаһын, Зөһрәһен етәкләп, әле саҡ башы ябылған өйгә алып сығып китте Вәлиулла. Ҡар яуғансы мөһимерәк эштәрен ашыҡ-бошоҡ бөтөрөп – иҙән, түшәм йәйеп, мейес сығарып – өлгөрҙөләр. Туған-тыумасалары, дуҫтары ярҙамға эркелешеп килде, өмә менән шәп-шәп итеп эшләнеләр, сөнки инде аҡ күбәләктәр оса башлап, ҡыш хәбәрен килтереп еткергәйне. Бер ауырлыҡтан да ҡурҡып торманылар, карауат булмағас, ағастан урындыҡ эшләне Вәлиулла, балаларға йылы булһын тип, мейес артына һәндерә лә яһап ҡуйҙы. Шулайтып, үҙҙәренең өйө менән йәшәп алып киттеләр.
Әлбиттә, күршелә генә торған туғандары, осраған һайын битәрләп, күҙ астырмай булашты. Зөһрә, изгелегем еңһен, тип, ҡаршы һүҙ әйтмәне. Вәлиулланың әсәһе килеп инһә, сәй эсермәй сығарманы, “ҡәйнәм” тип өҙөлөп торҙо.
Теге ике “ҡарт ҡыҙ”ҙы, ҡатындары мәрхүм булып ҡалған ирҙәр бер-бер артлы һорап килгәс, бер һүҙһеҙ риза булып, арбаларына ултыртып ебәрҙе әсәләре. Ул арала Кәлимулла үҫеп етеп, мәктәпте тамамлап, Өфөләге ауыл хужалығы институтына уҡырға инеп китте. Аңланы ул хатаһын, ҡайтҡан һайын еңгәһенә берәй әсмүхә сәй, яулыҡ алып инеп, ғәфү итеүен һорай. Кисерҙе уны Зөһрә, Аллаһ хаҡына, тине, рәнйеп, гонаһ йыйып ултырманы. Вәлиулланың апалары ирҙәре менән ҡунаҡҡа ҡайтһа, уларҙы ла һәр саҡ ашҡа саҡырып алып, ирҙәренә күлдәк кейҙереп, ҡатындарына яулыҡ ябындырып сығарырға тырыша.
Тән яраһы уңалды, айыры ҡолаҡ япраҡтары яулыҡ эсенә йәшерелде. Тик “һүҙ яраһы онотолмай” тиеүҙәре лә бар бит әле. Ҡайһы саҡта, ҡәйнәһенең, ҡайынбикәләренең бысраҡ һүҙҙәре төшөнә инһә, йөрәкһеп уянып, күҙ йәштәренән еүешләнгән яҫтығын икенсе яғына әйләндереп һала ине Зөһрә. Эргәһендә мыш-мыш йоҡлап ятҡан иң яҡын кешеһенә нығыраҡ һыйынды. Йоҡо аралаш ҡосаҡлап алған ҡулдарға башын һалып, онотолорға тырышты. Эйе, яратҡан Вәлиуллаһына яҡшы ҡатын булыу, балаларын тәрбиәле итеп үҫтереү өсөн тән яраларын да, йән йәрәхәтен дә оноторға, барыһын да кисерергә көс тапты үҙендә.

                 Миңзәлә Хәлилова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас в