Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Май 2023, 13:56

Банк хеҙмәткәре сос булмаһа...

Клиенттың телефон аша туҡтауһыҙ кем менәндер әңгәмәләшеүе, кемдеңдер бойороғон үтәргә тырышыуы белгесте һағайта...

Банк хеҙмәткәре сос булмаһа...
Банк хеҙмәткәре сос булмаһа...

Беҙҙең заманда мут , алдаҡсы кешеләр күбәйеүе аптырарлыҡ хәл. Бер ҡатлы кешеләрҙе төп башына ултыртыу ҡыйын түгел. Ярай әле, бөтәһе лә ҡармаҡҡа эләкмәй, өҫтәүенә алданыусыларға ярҙам итеүселәр табылып тора.

Яңыраҡ Күмертау ҡалаһындағы Һаҡлыҡ банкы офистарының береһенә 900 мең һум кредит биреүҙе һорап, бер ир мөрәжәғәт итә. Клиенттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса өлкән менеджер Екатерина Харитонова  уны ҡабул итә. Клиенттың телефон аша туҡтауһыҙ кем менәндер әңгәмәләшеүе, кемдеңдер бойороғон үтәргә тырышыуы белгесте һағайта. Екатерина иргә “телефон алдаҡсыларының” тап ошо схема буйынса эшләүен, шылтыратып, “һеҙҙең исемгә кемдер кредит алырға йыйына”, тип ҡурҡытып, бөтә средстволарҙы хәүефһеҙ иҫәпкә күсереүҙе талап итеүен, шулай уҡ “енәйәтсене табыу өсөн үҙеңә кредит алыу “ кәрәклеген аңлатыуы ихтималлығын әйтә.Белгес менән һөйләшкәндән һуң  аңы томаланған ир айнып киткәндәй була, асылына ҡайта, ниһайәт, кем менән эш иткәнен, саҡ тоҙаҡҡа эләкмәй ҡалғанын  аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә, тип яҙа “Стерлитамакский рабочий” гәзите.

–Бындай хәлдәр беҙҙең банкта булғыланы, хеҙмәткәрҙәребеҙ быға ҡарата инструкция алған. Бер нисә тапҡыр клиенттарыбыҙҙы  алданыуҙан ҡотҡарып ҡалдыҡ. Бер ваҡытта ла аферистар талабын үтәп, аҡсағыҙҙы күсермәгеҙ, сит ҡушымталарҙы урынлаштырмағыҙ һәм банк картаһының мәғлүмәттәрен, пароль һәм кодтарҙы   бер кемгә лә бирмәгеҙ, – тип тағы ла бер тапҡыр киҫәтә клиенттарын Екатерина Радиковна.  

 Һиҙгерлеге һәм эшен намыҫлы башҡарғаны өсөн Эске эштәр министрлығының бүлек начальнигы Марсель Зәки улы  Әбйәлилов Екатерина Харитоноваға рәхмәт белдерҙе.

Мария Выблова фотоһы.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в