Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Май 2023, 11:26

"Ҡаҙ һәм бал" фестивален күрмәй ҡалмағыҙ!

Сибайҙа үтәсәк Бөтә Рәсәй «Урал аръяғы-2023»  инвестиция һабантуйында интерактив форматта «Ҡаҙ һәм бал» гастрономия фестивале үтәсәк.

"Ҡаҙ һәм бал" фестивален күрмәй ҡалмағыҙ!
"Ҡаҙ һәм бал" фестивален күрмәй ҡалмағыҙ!

БР Туризмды үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары  Артур Иҙелбаевтың әйтеүенсә, сарала ҡунаҡтар тематик тирмәләрҙә урындағы етештереүселәрҙең продукцияһын тәмләп ҡарай һәм һатып ала аласаҡ.

Ойоштороусылар байтаҡ көтөлмәгән һәм күңелле сюрприздар әҙерләгән.  Мәҫәлән, ҡунаҡтар ҡаҙ мамығы байрамының нисек үтеүен, кәләштең бирнәһе өсөн мендәрҙәрҙе нисек дөрөҫ эшләүҙе, кейәүҙең өйөндә кәләш менән мендәрҙе нисек ҡаршылауҙарын һәм, дөйөм алғанда, кешеләрҙең тормошонда ҡаҙ һәм ҡаҙ ҡаурыйының ролен күрә аласаҡ.

Ошонда уҡ республика ашнаҡсылары ҡаҙ итенән иң тәмле ризыҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ойоштора. Буҙа һәм талҡан, сәк-сәк бешереү буйынса мастер-кластар күрһәтеләсәк.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: