Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Май 2023, 17:04

Һалдат ҡатынының йоҡоһо һаҡ…

Һалдат мәктәбен үткән, ҡара тирен, көсөн түккән егеттәр  үҙҙәренең ҡайҙа, ни өсөн барғанын, яҡындары өсөн иң ҙур бүләктең бары Еңеү икәнен яҡшы аңлай.    

Һалдат ҡатынының йоҡоһо һаҡ…
Һалдат ҡатынының йоҡоһо һаҡ…

ы булыу анһатмы ни? Йоҡоһоҙ төндәр ҙә, ауыр хис-тойғолар ҙа, икеләнеүҙәр ҙә йөҙәтмәй түгел, бары яҡшылыҡҡа өмөт, үҙеңә ышаныс, шатлыҡ-ҡайғыңды бүлешер өсөн таяныс, һыналған дуҫтар булыуы йәшәргә көс бирә.

– Иптәшем менән мине матурлыҡҡа, сәнғәткә һәм ижадҡа ынтылыш табыштырҙы һәм ҡауыштырҙы, тиһәм дә урынлы булыр. Бөрө педагогия университетының экология факультетын тамамланым, тимәк, “йәшелдәр” сафына баҫтым. Тик яҙмышымда кинәт боролош яһап, полиция бүлегенең паспорт өҫтәлендә эш башларға тура килде. Райондың “Зөлфиә” бейеү ансамблендә шөғөлләнеү Радим менән беҙҙе дуҫлаштырҙы, электән үк бер-беребеҙҙе күрә-белә йөрөһәк тә, яҡындан аралашҡан булманы. Дүрт йәшкә олораҡ та булғас, танышырға ҡыймағанмындыр ҙа. Ә ул инде күптән бейеү сәнғәтенә ғашиҡ егет, хатта “Зөлфиә” ансамбле составында Францияға барып ҡайтҡан. 2019 йылда полиция хеҙмәткәрҙәре фестивалендә татар бейеүен бергә бейергә тура килгәс, ныҡлап аралаша башланыҡ. Хәҙер  уның менән булған һәр көнөмдө матур байрам итеп иҫкә алам.

Танышҡандан һуң күп тә үтмәй, ул Себергә эшкә китергә теләк белдерҙе. Һөнәре ауыр – экскаваторсы. Тик алыҫ араларға ваҡыт түгел, ә мөхәббәт хужа икән, шулай итеп, 2019 йылдың 8 Март байрамында өйләнештек, ҙур хыялдарға бирелеп, йорт һалдыҡ, ғаиләбеҙгә йәм өҫтәп, ҡыҙыбыҙ Рузилә донъяға килде. Ирем Балтасҡа эшкә ҡайтты, күңелдәр тынысланды…

 

“Мөхәббәттең көсөнә һыйынып йәшәйем…”

 

Үткән йылдың 26 сентябрен һис онотаһым юҡ. Радим военкоматтан повестка килгәнен әйтте. Уйланып та, икеләнеп тә торманы, юлға әҙерләнә башланы. Тәүҙә Ҡазан эргәһендәге хәрби әҙерлек үҙгендә шөғөлләнде, аҙаҡ алғы һыҙыҡҡа оҙаттылар. Һигеҙ ай ваҡыт көсөргәнеш менән күҙ йомғансы үтте лә китте. Ошоғаса мөхәббәткә һыйынып, уның серле лә, гүзәл дә көсөнән ҡеүәт алып йәшәйем. Ул ике аҙна һайын бәйләнешкә сығырға, хәл-әхүәлде белешергә тырыша, мин нимәләр кәрәклеген белешәм, посылкалар әҙерләйем.

Минең хәҙер тағы бер иҫтәлекле көнөм бар – 19 апрель. Эш бүлмәһендә ҡағыҙҙарға күмелеп ултыра, халыҡты ҡабул итеү көнө булмағас, өйөлөп киткән документ һәм папкаларҙы тәртипкә килтерә инем. Ишек шаҡығанға күтәрелеп ҡараһам, алдымда хәрби кейемдә Радим баҫым тора! Йөрәк, әйтерһең дә, күкрәккә һыймай, иреккә сығырға ынтыла… Алдан әйтеп тормаған, сюрприз яһарға булған! Ҡулдарында – бер ҡосаҡ сәскә гөлләмәһе. Ҡыҙыбыҙҙы алырға тип, балалар баҡсаһына киттек. Рузиләнең “атай, атай!”, тип, бер кемгә иғтибар итмәй, ҡысҡыра-ҡысҡыра атаһына ҡаршы йүгереүе йөрәкте өҙә яҙҙы. Ә ситтәрәк күҙәтеп торған тәрбиәселәр ирекһеҙҙән эркелгән күҙ йәштәрен һөрткөләй, тулҡынланыуҙарын балаларға һиҙҙермәҫкә тырыша…

 

Иң ҙур бүләк бары – Еңеү!

“Ун көн буйы бер ни ҙә эшләмәй, һинең бешергән тәмле аштарыңды тәмләп кенә тик ятырмын инде”,– тип шаярта ирем. “Туҡмас киҫеп кенә аш бешер, “өй икмәген һағындым”, тигәне лә булды. Эшләмәй тик ята буламы? Ҡыҙыбыҙҙың бүлмәһенә, Тәтешлегә барып, йыһаздар алдыҡ, йорттоң түбәһен ремонтланыҡ, “һә” тигәнсә үтте лә китте ял тигәнең…

Районға ялға ҡайтҡан 13 хәрби егеттең бер туғандай дуҫлашып, айырылыша алмай, бер-береһенә йөрөшөп, ғаиләләренең хәлен белешеүе, ярҙамсыл мөнәсәбәте хайран ҡалдырҙы. Тыуған яҡтан алыҫ, сит тарафтарҙа яҡташлыҡ, туғанлыҡ тойғоһо тәрәнерәк, көслөрәк була баралыр, моғайын. Һалдат мәктәбен үткән, ҡара тирен, көсөн түккән егеттәр бер-береһенең һәм именлектең ҡәҙерен нығыраҡ белә торғандарҙыр. Улар үҙҙәренең ҡайҙа, ни өсөн барғанын, яҡындары өсөн иң ҙур бүләктең бары Еңеү икәнен яҡшы аңлай. Егеттәребеҙҙең һәр аҙымы – батырлыҡ. Үҙем кеүек һалдат ҡатындарына уй-һағыштарҙы сабырлыҡ менән еңеп, уларҙың ҡасан да булһа шатлыҡ булып урғылыуын теләйем.

 

 

Балтас районы.

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: