+28 °С
Болотло


Баш ҡаланың «Әр-Рәхим» мәсетенең көмбәҙен май аҙағына тиклем ҡуйырға йыйыналар. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин белдереүенсә, яңы көмбәҙ әҙер булып килә.
Әлеге ваҡытта уны күтәреү өсөн башня кранына майҙансыҡ әҙерләнә. Көмбәҙҙе Өфөгә киләһе аҙна башында килтерәләр. Май аҙағына тиклем ремонт эштәре тамамланасаҡ.
Фото: "Башинформ".