Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Май 2023, 09:23

"Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек!"

“Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек” “Һәр ваҡыт әҙер!” – ошо һүҙҙәр беҙҙең бала һәм үҫмер саҡтың яҡты хәтирәһенең бер өлөшө. Бөгөн яҡташтырыбыҙ ошо хәтирәләре менән уртаҡлаша. Ғәйфуллина (Вәлиева) Миләүшә Муса ҡыҙы, "Аҡбуҙат" балалар журналының бүлек мөхәррире, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы:

"Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек!""Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек!"
"Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек!"

- Башланғыс кластарҙа тыуған Малай ауылы мәктәбендә уҡыным. 1970-се йылда пионерҙар сафына алдылар. Пионер булыуым менән бик ғорурлана инем. Уҡыуҙа, кластан тыш сараларҙа актив ҡатнаштым. Тап шул осорҙа "Хеҙмәт даны" гәзитенә яҙыша башланым, әүҙем хәбәрсе булдым. Түбәнге Төкөндә, 9-сы класта уҡығанда, мине 6-сы кластарға пионервожатый итеп ҡуйҙылар. Класым менән мәктәптең бөтә сараларында ҡатнаштыҡ, Тимур командаһы менән оло йәштәге ауыл ҡарттарына ярҙамлаша инек. Балалар менән эшләү миңә оҡшап ҡалды, уҡытыусы һөнәрен һайлауыма тап ошо, вожатый булып эшләгән осор йоғонто яһамай ҡалмағандыр тип уйлайым. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң яҙышыу эшенә тулыһынса күстем.

 

Айгөл Хәмитова, Үрге Төкөн ауылы, мәҙәни ойоштороусы:
- Пионер йылдарын матур иҫтәлектәр менән хәтергә алам. Үрге Төкөн ауылындағы башланғыс мәктәптә уҡытыусы Зәйтүнә апайыбыҙ пионерҙар сафына ҡабул итте. Тыуған илде яратырға, тырышып уҡырға, дуҫлыҡҡа тоғро булырға тантаналы вәғәҙә бирҙек. Ошо антҡа тоғро ҡалдыҡ та. Шунан 5-се класта Түбәнге Төкөн мәктәбенә уҡырға барҙыҡ. Унда өс ауылдың балалары бер класта уҡыныҡ. Һәр класс отряд тип аталды. Өлкән вожатый беҙҙең отрядҡа Муса Гәрәев исемен бирҙе. Речевка, девиз, йыр өйрәндек. Мин класыбыҙҙа отряд советы рәйесе булдым. Дөйөм мәктәп сборында һәр отряд үҙенең девизын, речевкаһын әйтә, йырлай. Мин отряд рәйесе булараҡ класымдан алдараҡ баҫып барам һәм отрядтың теҙелеүе, сараға әҙер булыуы хаҡында дружина советы рәйесенә рапорт бирә инем. Ә ул - өлкән вожатыйға. Ул барлыҡ отрядтарҙың сборға әҙерлеген тикшергәндән һуң сараны асыҡ тип иғлан итә. Барабан, борғосолар оҙатыуында дружина байрағын индерәләр. Дружинабыҙ Александр Матросов исемен йөрөттө.
Йыл буйы отрядтар ярышып йәшәнек.
Барабан ҡағып, борғо тауыштарына ҡушылып тантаналы рәүештә пионер сараларында ҡатнашҡан бәхетле осорҙо әле лә һағынып иҫкә алам.

 

Илвир Моратшин, Шайморатов ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
- Беҙ класташтарым менән 3 класта уҡығанда пионерға индек. Уҡытыусыбыҙ пионерға алыр алдынан ҡыҙыл галстуктың нимә аңлатҡанын һөйләп бирҙе. Пионерҙарҙың антын уҡыныҡ. Ул көндө шатлығыбыҙҙың сиге булманы! Пионер – беренсе тигәнде аңлата. Беҙ ҙә һәр саҡ беренсе булырға ынтылдыҡ.
Пионер сборҙарын һәм слеттарын көтөп ала инем. Мин уларҙа байраҡ йөрөтөүсе булдым. Артымдан борғосо, барабансы, ике ассистент килә... Өмәләргә, тимурсылар командаһы рәтендә лә алдан байраҡ тотоп йөрөнөм. Макулатура, металлолом йыйыуҙар, пионерия усағы янында йырлауҙар, күңелле уйындар – барыһы ла матур хәтирә булып күңел түрендә һаҡлана.
Галстукты йөрөтөү ғорурлыҡ ине. Ул саҡта насар уҡыған кешене пионерға башҡалар менән бергә алмайынса, һуңыраҡ алалар ине. Был бала яҡшы уҡыһын, тәртипле булһын өсөн тәрбиәүи сара булған. Галстукһыҙ килгәндәрҙе өйгә галстук артынан ҡайтарып та ебәрә торғайнылар.
Ғөмүмән, пионерия тормошонда янып йәшәү миңә бик оҡшай ине.

Гөлсәсәк Аласова һәм Фәниә Сәлимгәрәева яҙып алды.

Ғәлинур Ҡунаҡаев, район ветеринария станцияһы начальнигы: - Мәктәп йылдарындағы октябрят, пионер, комсомол булған саҡтар яҡты иҫтәлектәр булып хәтерҙә ҡалған. Пионер сафына алыныу, ҡыҙыл галстуктар, значоктар тағып ғорур атлап йөрөүҙәр, пионер йырҙары, йыйындар барыһы ла иҫтә.
Пионерҙар көнөндә беҙ йыл һайын Аҡтүбә яланына бара торғайныҡ. Дружиналар, отрядтар сафтарға теҙелеп баҫып, отряд командирҙары өлкән вожатыйға рапорт тапшыра, унан һуң пионер усағын яғып, байраҡтар күтәреп, күңелебеҙ булғансы уйындар уйнап ҡайта инек.
Беҙҙең пионервожатыйыбыҙ Әминә апай Кәримова булда. Бик актив, үҙ эшен яратып башҡарған кеше ине. Пионерҙар көнөн иҫкә төшөргәнегеҙ өсөн рәхмәт.

 

"Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек!"
"Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек!"
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас